Быйыл Башҡортостанда 21 меңдән ашыу юл билдәһе ҡуйыла Хәүефһеҙлек тәьмин итеү өсөн төрлө саралар ҡаралған. Транспорт һәм юл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, уҙған йылда 3 меңгә яҡын авария булған. Уларҙа 397 кешенең ғүмере өҙөлгән. Был 2023 йылдағынан аҙыраҡ. Республикала транспорт саралары һаны арта бара. Әле 2 миллион 82 меңдән ашыу техника теркәлгән. Был да юлдарҙа хәүефһеҙлеккә йоғонто яһай.
Быйыл Башҡортостанда 21 меңдән ашыу юл билдәһе ҡуйыла
24 апреля 202524 апр 2025
~1 мин