Апрелдең һуңғы аҙнаһында Башҡортостанда йәшәүселәрҙе йәшенле ямғырҙар һәм төнгө һыуыҡтар көтә. Шул уҡ ваҡытта көндөҙ, метеорологтар вәғәҙә иткәнсә, ғәҙәттәгенән уртаса 1 градусҡа йылыраҡ була. Росгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙең Европа территорияһының Урта һыҙаты өҫтөндә “аҙ хәрәкәтсән атмосфера фронты” урынлашҡан. Белгестәр фаразлауынса, ошо сәбәпле төбәктә урыны менән көслө ямғыр яуасаҡ. Ә айырым райондарҙа елдең тиҙлеге секундына 13-18 метрға тиклем еткән йәшен йәшнәй. Башҡортостанда Gismeteo-ның яҡынса фаразына ярашлы, алдағы аҙнала республикала йәшенле ямғыр яуыуы көтөлә. Яуым-төшөм бөгөн, 24 апрелдә, башланыр тип фаразлана, ә йома, 25 апрелдә, йәшен көтөлә. Бөгөн, Башгидрометүҙәк мәғлүмәттәре буйынса, көндөҙ термометр бағанаһы +21, +26-ға тиклем күтәрелә. Иртәгә лә +17, +22 градусҡаса йылы буласаҡ . Синоптиктар шулай уҡ уртаса ел, урыны менән көсәйеүсән ел вәғәҙәләй. Башҡортостанда ямғырлы һауа торошо май байрамдары аҙағына тиклем дауам итәсәк. Бынан тыш, алдағы көндәр