Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

"Торатау" геопаркында "алтын ҡаҙаҡтар"ҙы рәсми асалар

Июнь айында донъя эксперт берләшмәһе Ғафури районында “алтын ҡаҙаҡтар” тип аталған “Усолка” һәм “Алыҫ Төлкәҫ” халыҡ-ара эталон булған геологик ҡырҡымдарҙы асыу тантанаһын уҙғара. “Торатау" геопаркына Ҡытай халыҡ республикаһы, Ҡаҙағстан, Мысыр, Малайзия, Иран, Ҡырғыҙстандан ғилми берләшмә вәкилдәре килә. Ҡунаҡтарға геологик киҫелештәрҙең үҙенсәлектәре тураһында һөйләйәсәктәр һәм геопарк буйлап экскурсия үткәрәсәктәр. Усолка ҡырҡымы “алтын ҡаҙаҡ” статусын 2018 йылда алған, ул Һаҡмар ярусына ҡарай (294 млн йыл элек барлыҡҡа килгән). Алыҫ Төлкәҫ киҫелеше - 2022 йылдың ғинуарында. Ул 290 млн йыл элек Пермь халыҡ-ара стратиграфик шкала системаһының артин ярусының түбәнге сигендә барлыҡҡа килгән. Уларҙы өйрәнеп, ғалимдар Ерҙең геологик тарихы тураһында белемдәрен тәрәнәйтә, ә “алтын ҡаҙаҡтар” экотуризм һәм белем биреү саралары өсөн яңы урындар булып тора. Белешмә Геологтар “алтын ҡаҙаҡ” термины менән боронғо осорҙан башлап иҫәпләүҙе, тгсг (GSSP) символик маркировкаһы менән ярустың аҫҡы си

Июнь айында донъя эксперт берләшмәһе Ғафури районында “алтын ҡаҙаҡтар” тип аталған “Усолка” һәм “Алыҫ Төлкәҫ” халыҡ-ара эталон булған геологик ҡырҡымдарҙы асыу тантанаһын уҙғара. “Торатау" геопаркына Ҡытай халыҡ республикаһы, Ҡаҙағстан, Мысыр, Малайзия, Иран, Ҡырғыҙстандан ғилми берләшмә вәкилдәре килә. Ҡунаҡтарға геологик киҫелештәрҙең үҙенсәлектәре тураһында һөйләйәсәктәр һәм геопарк буйлап экскурсия үткәрәсәктәр. Усолка ҡырҡымы “алтын ҡаҙаҡ” статусын 2018 йылда алған, ул Һаҡмар ярусына ҡарай (294 млн йыл элек барлыҡҡа килгән). Алыҫ Төлкәҫ киҫелеше - 2022 йылдың ғинуарында. Ул 290 млн йыл элек Пермь халыҡ-ара стратиграфик шкала системаһының артин ярусының түбәнге сигендә барлыҡҡа килгән. Уларҙы өйрәнеп, ғалимдар Ерҙең геологик тарихы тураһында белемдәрен тәрәнәйтә, ә “алтын ҡаҙаҡтар” экотуризм һәм белем биреү саралары өсөн яңы урындар булып тора. Белешмә Геологтар “алтын ҡаҙаҡ” термины менән боронғо осорҙан башлап иҫәпләүҙе, тгсг (GSSP) символик маркировкаһы менән ярустың аҫҡы сиген атай. Билдәләнгән ҡырҡым сиктең глобаль стратотибы статусын ала, һәм был фактор, ҡағиҙә булараҡ, уны геологик мираҫ объектына әйләндерә генә түгел, ә туристарҙы ла йәлеп итә. Төрлө илдәрҙә геологтар мөмкин тиклем күберәк “алтын ҡаҙаҡтар” табыу өсөн даими әүҙем эш алып бара. https://resbash.ru/news/priroda/2025-04-23/v-geoparke-toratau-v-bashkirii-ofitsialno-ustanovyat-zolotye-gvozdi-4210131 Фото: Туристический путеводитель РБ. Автор:Мария СНЫТКИНА