Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

“Урал батыр ерендә йыл китабы” билдәләнә

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә 30 майҙан 1 июнгә тиклем “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһе уҙғарыла. Уның барышында “Урал батыр ерендә йыл китабы” халыҡ-ара конкурсында еңеүселәр билдәләнә. Ойоштороусылары — Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Мәҙәниәт министрлығы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте. Был конкурстың төп маҡсаты – иң яҡшы социаль әһәмиәтле һәм талантлы әҫәрҙәр яҙған авторҙарҙы асыҡлау, “иң-иң” әҙәбиәт өлгөләрен популярлаштырыу, иң һәйбәт нәшерселек проекттарына ярҙам итеү, республикабыҙҙың, нәшриәттәребеҙҙең абруйын күтәреү, Башҡортостанда баҫылған китаптарҙы дөйөм Рәсәй баҙарына сығарыу. Ижади бәйгегә бынан бер йыл алда донъя күргән, шулай уҡ быйыл беренсе кварталда сыҡҡан баҫмалар ҡабул ителә. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы етәксеһе Максим Ульчев әйтеүенсә, конкурста ҡатнашыуға ғаризалар Рәсәйҙән, шулай уҡ сит ил нәшриәттәре һәм полиграфия предприятиеларынан ҡабул ителә. Был ғәмәл 20 мартта башланған, 10 майға

Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Өфөлә 30 майҙан 1 июнгә тиклем “Китап байрамы” халыҡ-ара йәрминкәһе уҙғарыла. Уның барышында “Урал батыр ерендә йыл китабы” халыҡ-ара конкурсында еңеүселәр билдәләнә. Ойоштороусылары — Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы, Мәҙәниәт министрлығы һәм Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәте. Был конкурстың төп маҡсаты – иң яҡшы социаль әһәмиәтле һәм талантлы әҫәрҙәр яҙған авторҙарҙы асыҡлау, “иң-иң” әҙәбиәт өлгөләрен популярлаштырыу, иң һәйбәт нәшерселек проекттарына ярҙам итеү, республикабыҙҙың, нәшриәттәребеҙҙең абруйын күтәреү, Башҡортостанда баҫылған китаптарҙы дөйөм Рәсәй баҙарына сығарыу. Ижади бәйгегә бынан бер йыл алда донъя күргән, шулай уҡ быйыл беренсе кварталда сыҡҡан баҫмалар ҡабул ителә. Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт агентлығы етәксеһе Максим Ульчев әйтеүенсә, конкурста ҡатнашыуға ғаризалар Рәсәйҙән, шулай уҡ сит ил нәшриәттәре һәм полиграфия предприятиеларынан ҡабул ителә. Был ғәмәл 20 мартта башланған, 10 майға тиклем дауам итә. Конкурс еңеүселәрен 1 июндә Совет майҙанында III Китап байрамын ябыу тантанаһында тәбрикләп, иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырыла. Нәшерселек өлкәһендәге тәжрибәле белгестәрҙән торған жюри иң яҡшы баҫмаларҙы ете номинацияла билдәләй: фәнни, фәнни-популяр баҫма; әҙәби-нәфис; балалар һәм йәштәр өсөн; тыуған яҡты өйрәнеү; Рәсәй халыҡтары телдәрендә нәшер ителгән; мәҙәниәттәр диалогына булышлыҡ иткән баҫмалар һәм етенсеһе – китаптың художество-график яҡтан биҙәлеше. Конкурста шулай уҡ Башҡортостан Республикаһы Башлығының махсус бүләгенә лайыҡ булыусы ла асыҡлана. “Урал батыр ерендә йыл китабы” халыҡ-ара конкурсы тураһында положение Башҡортостан Республикаһының Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы сайтында баҫылған: https://pressarb.bashkortostan.ru/documents/other/615568/ Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл III Китап байрамы “Һүҙ көсө” девизына яуап бирә. Форумдың тәүге көнө, 30 май, “Ҡаһарманлыҡ тураһында һүҙ” девизы менән үткәрелеп, Бөйөк Ватан һуғышы һәм махсус хәрби операция темаһына арнала. 31 майҙа байрам “Мәңгелек тураһында һүҙ” концепцияһы менән дауам итә, ул классик әҙәбиәткә арнала. Халыҡ-ара китап йәрминкәһенең аҙаҡҡы көнө, 1 июнь – Балаларҙы яҡлау көнө уңайынан “Киләсәк тураһында һүҙ” девизына ярашлы ойошторола. Һүрәттәрҙә: былтырғы байрам күренештәре. Фото: Китап байрамының матбуғат хеҙмәте.