Кисә Бүздәк районында алты йәшлек малай юғалғайны. Миронды бөгөн таға ҡарай яланда тапҡандар. Уны балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе күреп ҡала. Мирон үҙе йәшәгән район үҙәгенән 70 саҡрым алыҫлыҡта булған Арыҫлан ауылына олатай-өләсәйенә ҡунаҡҡа бара. Унда урманда йөрөргә сыға һәм юғала. Малайҙы 100-ҙән ашыу кеше, шул иҫәптән эттәр һәм пилотһыҙ осоу аппараты ярҙамында төнө буйы эҙләйҙәр. Был эшкә Туймазынан ҡотҡарыусылар, урындағы кешеләр, «Лиза Алерт» отрядының 40 ирекмәне ҡушыла. Таңға ҡарай бала юғалған урынынан байтаҡ алыҫлыҡта яланда табыла. "Ҡурҡҡан, өшөгән, әммә иҫән", - тип белдергәндәр Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығында. Фото: «Лиза Алерт».