Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Мейе ҡағыу — халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулы

Элек-электән башҡорт халҡы им-том итеү, арбау, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, төш юрау кеүек инандырыуға ҡоролған дауа төрҙәрен үҙаллы йәки халыҡ медицинаһының башҡа ысул-саралары менән бергә яраштырып ҡулланған. Дауалау магияһының үҙ белгестәре, шуның менән генә шөғөлләнгән табиптары булған, уларҙы арбаусылар, ноҡотсолар, ҡот ҡойоусылар, имсе-бағымсылар, быуын ултыртыу­сылар, бабалар (сөннәтләүселәр), кендек әбейҙәре тип йөрөткәндәр. Башҡорт халҡының ырымдар, имдәр ярҙамында дауалауы тураһында тәүге мәғлүмәтте 1773 йылда П.С. Паллас яҙып ҡалдырған. Халыҡ күңелен дауалаусылар һәм кендек инәйҙәре төрлө йүнәлештә эш итеүҙәренә ҡарамаҫтан, барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеге өсөн башҡарылған. Бөгөн медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар. Мейе ҡағыу - халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулдарының береһе һанала. Күп ауылдарҙа мейе ҡаҡҡан (төшөргән) инәйҙәр булған. Күптәр уны мейеһе төшкән,ауған,шылған тиҙәр. Бындай осраҡта күңел болғана, баш әйләнә. Бағымсылар мей

Элек-электән башҡорт халҡы им-том итеү, арбау, ноҡот һалыу, ҡот ҡойоу, төш юрау кеүек инандырыуға ҡоролған дауа төрҙәрен үҙаллы йәки халыҡ медицинаһының башҡа ысул-саралары менән бергә яраштырып ҡулланған. Дауалау магияһының үҙ белгестәре, шуның менән генә шөғөлләнгән табиптары булған, уларҙы арбаусылар, ноҡотсолар, ҡот ҡойоусылар, имсе-бағымсылар, быуын ултыртыу­сылар, бабалар (сөннәтләүселәр), кендек әбейҙәре тип йөрөткәндәр. Башҡорт халҡының ырымдар, имдәр ярҙамында дауалауы тураһында тәүге мәғлүмәтте 1773 йылда П.С. Паллас яҙып ҡалдырған. Халыҡ күңелен дауалаусылар һәм кендек инәйҙәре төрлө йүнәлештә эш итеүҙәренә ҡарамаҫтан, барыһы ла халыҡтың сәләмәтлеге өсөн башҡарылған. Бөгөн медицина ни тиклем көслө булһа ла, халыҡ табиптарына мөрәжәғәт итеүселәр әле лә бар. Мейе ҡағыу - халҡыбыҙҙың боронғо дауалау ысулдарының береһе һанала. Күп ауылдарҙа мейе ҡаҡҡан (төшөргән) инәйҙәр булған. Күптәр уны мейеһе төшкән,ауған,шылған тиҙәр. Бындай осраҡта күңел болғана, баш әйләнә. Бағымсылар мейеңде үлсәп, ҡағып ебәрһә, шунда уҡ күҙҙәр асылып киткәндәй була. Миңә үҙемә лә бер нисә тапҡыр тайып йығылып, мейемде төшөрөп, имселәргә мөрәжәҫәт иткәнем бар. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, Баймаҡ районының Һәмән ауылынан Фәриҙә Асҡарова сабыйҙарҙың өсйәнен имләй, ҡот ҡоя, мейе ҡаға. Оло йәштә лә им-том менән булышаһығыҙмы, юҡмы икәнен белешкәс, "мейеләрен ҡағырға теләүселәрҙең береһенә лә юҡ тимәйем, барыһын да ҡабул итәм. Сабыйҙарҙы нисек йәлләмәй, кире бораһың", -ти ул. Доғалар уҡып, мейе ҡағып, сабыйҙарҙың өсйәнен имләгән, ҡот ҡойған инәйҙең ҡылған изге ғәмәлдәре барыһына ла килешһен, ҡулдарының шифаһын бирһен. ИҒТИБАР: Башҡа пабликтарға, гәзит-журнал сайттарына авторҙан һорамайынса ҡуйыу тыйыла! Автор фотолары.