Беҙҙе алда оҙайлы байрам һәм ял көндәре көтә. Халыҡҡа медицина ярҙамы күрһәтеүсе учреждениеларҙың эш режимы менән танышығыҙ. Поликлиникалар 2, 3, 8, 10 майҙа шәмбе графигы буйынса (сәғәт 8-ҙән 17:00 сәғәткә тиклем саҡырыуҙар ҡабул итеү менән (шул иҫәптән, кисектергеһеҙ ярҙам да күрһәтеләсәк) 16:00 сәғәткә тиклем. 1, 9 майҙа – байрам көнө графигы буйынса (08:00 сәғәттән 17:00 сәғәткә тиклем саҡырыуҙар ҡабул итеү менән (шул иҫәптән, кисектергеһеҙ ярҙамды ла индереп) 16:00 сәғәткә тиклем. 1, 2, 3, 8 , 9, 10 майҙа шулай уҡ диспансерлаштырыу һәм медицина тикшереүҙәре үтергә мөмкин. Ҡатын-ҡыҙҙар консультациялары 1, 2, 3, 8, 9, 10 майҙа эшләйәсәк. Был көндәрҙә ауырлы ҡатындар ультратауыш скринингы үтә ала. Яңы тыуған сабыйҙарҙың биоматериалдарын неонаталь һәм киңәйтелгән неонаталь скрининг үткәреү өсөн 1 майҙан 11 майға тиклем түбәндәге адрес буйынса ҡабул итәсәктәр: Өфө ҡалаһы, Чернышевский урамы, 41-се йорт. Кисектергеһеҙ стоматологик ярҙамды 08:00 сәғәттән 16:00 сәғәткә тиклем 1, 2 ,3,