Башҡорт телен һаҡлау, популярлаштырыуға йүнәлтелгән мәғрифәтселек акцияһы быйыл 11-се тапҡыр үткәрелә. Ул 26 апрелдә старт ала һәм 28 апрелгә тиклем дауам итәсәк. 26 апрель сәғәт 11-ҙә Башҡортостан юлдаш телевидениенда тура эфир башлана. Уның барышында дикторҙар диктанттың өс вариантын уҡыясаҡ: башҡорт телен башлап өйрәнеүселәр, яҡшы белеүселәр һәм көньяҡ-көнбайыш диалектында һөйләшеүселәр өсөн. 2025 йылда текст темалары Ватанды һаҡлаусыларға, Бөйөк Ватан һуғышында Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына, тыныслыҡ һәм берҙәмлеккә арналған. Башҡорт теленән диктантты, ғәҙәттәгесә, ике төрлө яҙып була. Офлайн форматҠасан: 26 апрелдә теркәлеү үткән майҙансыҡтарҙаҠайҙа: 26 апрелдә М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында, Өфө фән һәм технологиялар университетында, Башҡортостан Республикаһының Мәғарифты үҫтереү институтында, Башҡортостандың Милли музейында, Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙа, Ә.З.Вәлиди исемендәге Милли китапханала, Өфө күп профилле һөнәри колледжында, Рәсәй Фәндәр академияһ
26 апрелдә Башҡорт теленән халыҡ-ара диктант башлана
22 апреля 202522 апр 2025
2 мин