Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Илебеҙгә һөйөү менән ҡарайыҡ!

Өфө ҡалаһының Еңеү паркында һәм "Ләлә-Тюльпан" мәсетендә "Бөйөк Еңеүгә 80 йыл: Рәсәй мосолмандары 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фронттарҙа һәм тылда" тигән Бөтә Рәсәй рухи-патриотик акцияға йомғаҡ яһалды. Сараға махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ҡатындары һәм һалдаттар саҡырылған, шул уҡ ваҡытта унда баш ҡалабыҙ мәктәптәренең уҡыусылары ла ҡатнашты. Рәсәй Мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин әйтеүенсә, илебеҙ йәйрәп ята, ул ожмах инде торғаны менән. Уның ҡәҙерен белергә һәм уны һаҡларға кәрәк. – Рәсәйгә баҫып инергә маташтылар, әммә дошмандың мәкерле уйы тормошҡа ашманы, – тине Тәлғәт Тажетдин. – Президент Владимир Путин махсус хәрби операцияны башлап, бик дөрөҫ эшләне. Әйткәндәй, Владимир Владимирович ул саҡта сәғәттәр буйы, ҡағыҙға ҡарамай, йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәрҙе һөйләне, уны тыныс күңел менән тыңлау мөмкин түгел ине. Тәлғәт Тажетдин ватаныбыҙҙың именлеге, илебеҙҙең тыныслығы өсөн йәндәрен фиҙа ҡылғандар хөрмәтенә

Өфө ҡалаһының Еңеү паркында һәм "Ләлә-Тюльпан" мәсетендә "Бөйөк Еңеүгә 80 йыл: Рәсәй мосолмандары 1941–1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фронттарҙа һәм тылда" тигән Бөтә Рәсәй рухи-патриотик акцияға йомғаҡ яһалды. Сараға махсус хәрби операцияла һәләк булғандарҙың ҡатындары һәм һалдаттар саҡырылған, шул уҡ ваҡытта унда баш ҡалабыҙ мәктәптәренең уҡыусылары ла ҡатнашты. Рәсәй Мосолмандарының Үҙәк Диниә назараты рәйесе, Рәсәйҙең Юғары мөфтөйө Тәлғәт Тажетдин әйтеүенсә, илебеҙ йәйрәп ята, ул ожмах инде торғаны менән. Уның ҡәҙерен белергә һәм уны һаҡларға кәрәк. – Рәсәйгә баҫып инергә маташтылар, әммә дошмандың мәкерле уйы тормошҡа ашманы, – тине Тәлғәт Тажетдин. – Президент Владимир Путин махсус хәрби операцияны башлап, бик дөрөҫ эшләне. Әйткәндәй, Владимир Владимирович ул саҡта сәғәттәр буйы, ҡағыҙға ҡарамай, йөрәгенән сыҡҡан һүҙҙәрҙе һөйләне, уны тыныс күңел менән тыңлау мөмкин түгел ине. Тәлғәт Тажетдин ватаныбыҙҙың именлеге, илебеҙҙең тыныслығы өсөн йәндәрен фиҙа ҡылғандар хөрмәтенә Ҡөрьән Кәрим аятын уҡыны. Шулай уҡ Митрополит Никон, Башҡортостан Башлығы янындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре буйынса Совет рәйесе Азат Фәттәхов һәм башҡалар сығыш яһаны. Фото: Илдар Аҡъюлов.