Башҡортостан студенттарына берҙәм карта булдырыла Ул юл йөрөү һәм буфетта туҡланыу мөмкинлеге бирә. Республика хөкүмәтендә уҙған “Транспорт сәғәте”ндә “Алға” түләү системаһын үҫтереү мәсьәләһе тикшерелде. Кәңәшмәлә Вуз-ара студенттар кампусында күп функциялы карталарҙы индереү тәҡдиме хупланды. Республикала 2019 йылдан “Алға” ҡушымтаһы менән 2 миллион ярымдан ашыу карта сығарылған. Был пассажирҙарға 760 миллион һумға яҡын аҡсаны экономиялау мөмкинлеге биргән.