Владимир Ильич Ленин илебеҙ тормошон ҡырҡа үҙгәрткән кеше. Ул теүәл 155 йыл элек – 1870 йылдың 22 апрелендә Сембер ҡалаһында (хәҙерге Ульяновск) тыуған. 1924 йылда ул вафат була. Гениаль фекерсе һәм төҙөүсе, беренсе социалистик дәүләткә нигеҙ һалыусы Ленин тарихи процестың бөтә барышына ҙур йоғонто яһай. Уның тормош юлы хеҙмәт кешеләренең мәнфәғәттәренә фиҙаҡәр хеҙмәт итеү, тигеҙлек, туғанлыҡ һәм халыҡтар дуҫлығы идеяларын тантана итеү өсөн көрәш өлгөһө булып тора. Ленин һәм большевиктар революцион хәрәкәттең үҫеш юлын тәҡдим итә. Ул фәнни, диалектик ҡарашҡа нигеҙләнгән марксистик теорияның һәм революцион практиканың берҙәмлегенән ғибәрәт була. Был юлдың дөрөҫлөгөн тормош иҫбатлай. “Беҙҙең ҡараштар өсөн тарих үҙе, һәр аҙымда ысынбарлыҡ сығыш яһай”, - тип яҙа В.И. Ленин Беренсе рус революцияһы ваҡытында, 1905 йылдың ноябрендә. В.И. Ленин тере саҡта уҡ уның образы сәнғәттә, матбуғатта, публицистикала, халыҡ тамашаларында формалаша башлай. Был процеста Владимир Ильичтың йоғонтоһо ҙур була
Владимир Ильичты онотманығыҙмы? Бөгөн уның тыуған көнө
22 апреля 202522 апр 2025
2 мин