Найти в Дзене

Беренсе барғанда халыҡ аҙ ине...

Бөгөн Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Өфөләге йортонда Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы “2024 йылда Башҡортостан Республикаһындағы гражданлыҡ йәмғиәтенең торошо” тип аталған йыл һайын ойошторолоп килгән матбуғат конференцияһын үткәрҙе. Сараны БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов алып барҙы. Уның сығышында билдәләнеүенсә, докладта гражданлыҡ йәмғиәтенең былтырғы үҫешенең көнүҙәк тенденциялары теркәлгән һәм анализланған. Унда Йәмәғәт палатаһының һәр комиссияһының эшмәкәрлеге буйынса йомғаҡлау, 2025 йылға перспективалы йүнәлештәр, муниципаль йәмәғәт палаталарының иң яҡшы ғәмәле, республика башҡарма власть органдары ҡарамағындағы йәмәғәтселек советтарының, коммерцияға ҡарамаған берекмәләрҙең эшмәкәрлеге күрһәтелгән. Докладтың айырым бүлеге гражданлыҡ йәмғиәтенең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә, Рәсәйҙең яңы төбәктәренә ярҙам буйынса индергән өлөшөнә бағышланған. Данияр Мәүлейәр улы, шулай уҡ Йәмәғәтселек палатаһы аппараты етәксеһе Элина

Бөгөн Евразия ғилми-мәғариф үҙәгенең Өфөләге йортонда Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы “2024 йылда Башҡортостан Республикаһындағы гражданлыҡ йәмғиәтенең торошо” тип аталған йыл һайын ойошторолоп килгән матбуғат конференцияһын үткәрҙе. Сараны БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Данияр Абдрахманов алып барҙы. Уның сығышында билдәләнеүенсә, докладта гражданлыҡ йәмғиәтенең былтырғы үҫешенең көнүҙәк тенденциялары теркәлгән һәм анализланған. Унда Йәмәғәт палатаһының һәр комиссияһының эшмәкәрлеге буйынса йомғаҡлау, 2025 йылға перспективалы йүнәлештәр, муниципаль йәмәғәт палаталарының иң яҡшы ғәмәле, республика башҡарма власть органдары ҡарамағындағы йәмәғәтселек советтарының, коммерцияға ҡарамаған берекмәләрҙең эшмәкәрлеге күрһәтелгән. Докладтың айырым бүлеге гражданлыҡ йәмғиәтенең махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә, Рәсәйҙең яңы төбәктәренә ярҙам буйынса индергән өлөшөнә бағышланған. Данияр Мәүлейәр улы, шулай уҡ Йәмәғәтселек палатаһы аппараты етәксеһе Элина Ғатауллина һәм “Халыҡ фронты”ның Башҡортостан бүлексәһе башҡарма комитеты етәксеһе Виталий Брыкин республика райондарына һәм ҡалаларына йыш барыуҙары, халыҡ менән осрашҡанда урында борсоған проблемаларҙы хәл итеүҙәре тураһында һөйләне һәм был мәсьәләләрҙе уңышлы сисеү тураһындағы күп кенә ыңғай миҫалдар килтерҙе. “Беренсе барғанда 20-ләп кенә кешене йыя алғайныҡ, ошо уҡ төбәккә икенсе барғанда халыҡ залда шығырым тулы булды”, – тип йылмайып иҫкә алды Элина Винер ҡыҙы бер районда үткәргән осрашыуҙы. Былтыр палата вәкилдәре халыҡ менән 113 осрашыу үткәргән, бөтә муниципалитеттарҙа әңгәмә майҙансыҡтары ойошторған. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, был осрашыуҙарҙа һәр дүртенсе проблеманы урында хәл итеүгә өлгәшкәндәре, ҡалғандарының үтәлеше, тәбиғи, контролгә алынған. Автор фотоһы.