Бар тереклек менән бергә дарыу үләндәре лә баш ҡалҡытты. Улар беҙҙең эргәлә, хатта аяҡ аҫтында ғына. Шулар араһында иң шифалыларының береһе - бәпембә япрағы. Ҡытайҙар был сәскәнең тамырын да, япрағын да, сәскәһен дә күпләп ҡуллана. Бәпембә япрағы аппетитты аса, холецистит. шәкәр диабеты, бәүел юлы сирҙәре осрағында тәҡдим ителә. Ул ябыҡтырыу һәләтенә лә эйә. Ғөмүмән, көндәлек рационға самалап индерһәгеҙ, бары тик файҙаһын ғына күререһегеҙ. Мәҫәлән, бәпембә япрағындағы ише фосфор бер йәшелсәлә лә юҡ. Уны ҡыяр, помидор, кәбеҫтә һәм башҡа йәшелсә салаттарына өҫтәп ебәрһәгеҙ, ризығығыҙ тағы ла файҙалыраҡ булыр. Әсе тәмен яратмаһағыҙ, ярты сәғәт самаһы тоҙло һыуыҡ һыуға һалып тороғоҙ. Бына, мәҫәлән, Фәнүзә Хәлитова ла социаль селтәрҙәге сәхифәһендә үҙенсәлекле салат рецебы менән уртаҡлашты. "Организмды витаминдар менән байытыу, ваҡытлыса дарыуҙарҙан арынып тороу (әлбиттә, өҙлөкһөҙ дарыу эсеүселәр өсөн түгел) ваҡыт етте. Бөгөн беҙҙә бәпембәнән витаминлы салат. Бәпембә япраҡтарын сайҡатырға