Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

"Минең бизнес" үҙәге фестиваль ойошторған

“Минең бизнес” үҙәге Белорет йәштәре өсөн фестиваль ойошторған. Форумда 250 уҡыусы һәм студент ҡатнашҡан. Сара “Һөҙөмтәле һәм конкурентлы иҡтисад” милли проекты (нацпроект “Эффективная и конкурентная экономика”) бурыстарына яуап бирә. Республика хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, форум Белорет педагогия колледжында уҙғарылған. – Форум йәштәр менән бизнес-берләшмә вәкилдәре араһында тәжрибә уртаҡлашыу һәм яңы бәйләнештәр булдырыу өсөн һәйбәт майҙансыҡ булды. Йәштәргә киләсәктә үҙҙәрен күрһәтеү һәм идеяларын тормошҡа ашырыу мөмкинлеген биргән ошондай башланғыстарҙы әүҙем хуплайбыҙ, – тип билдәләй Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ һәм туризм министры Зөһрә Гордиенко. Форумда 10 майҙансыҡ ойошторолған. Мәҫәлән, «Йәш эшҡыуарлыҡ» уйыны барышында ҡатнашыусылар үҙ эшен алып барырға өйрәнгән. “Беренселәр хәрәкәте”викторинаһы командала эшләүҙе талап иткән. «Сараларҙы ойоштороу» майҙансығында йәштәр планлаштырыу үҙенсәлектәренә өйрәнгән. Бынан тыш, форумда үҙ-ара мөнәсәбәттәр ҡороу, һөҙөмтәле аралашыу серҙәренә лә өйрәткәндәр. Сара һуңында эшҡыуарҙар йәштәрҙең һорауҙарына яуап биргән. Фото: biznestur.bashkortostan.ru/presscenter/news/715922/