Ағымдағы йылдың беренсе кварталында Башҡортостанда 300 миллион һумдан ашыуға 42 IT-ипотека бирелде, тип хәбәр итә Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте. Уның буйынса ставка 6 процент тәшкил итә. IT-тармаҡҡа был ярҙам “Мәғлүмәт иҡтисады” милли проекты сиктәрендә тормошҡа ашырыла. — Был ярҙам сараһы мәғлүмәт технологиялары өлкәһендә эшләүсе белгестәргә торлаҡ менән тәьмин итеүгә йүнәлтелгән, - тип аңлатма бирҙе БР дәүләт идаралығының һанлы үҫеш министры Геннадий Разумикин. – ИТ-белгестәр торлаҡ һатып алыу өсөн льготалы ставка буйынса алты процент менән кредит алыу мөмкинлегенә эйә. Был йәш белгестәрҙе йәлеп итеү өсөн уңайлы шарттар булдыра, төбәктең йәлеп итеүсәнлеген арттыра һәм иҡтисадтың төп тармағында кадрҙар потенциалын һаҡлай. Шуныһы мөһим, IT-ипотека алыуға дәғүә итеүсе РФ һанлы үҫеш министрлығының мотлаҡ аккредитацияһына һәм тейешле һалым статусына эйә булған компанияла эшләргә тейеш. Предприятие етәксеһе һалым хеҙмәтенә компанияның алдағы отчет осоронда страховка иғәнәләрен