Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Ижад та, иҡтисад та мөһим

Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең Мәскәүҙәге номер фонды менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 73 ғаиләнән 174 туғаны файҙаланған. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә тулы хоҡуҡлы вәкиллек етәксеһе Ринат Фәйзуллин хәбәр итте. Төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса Тулы хоҡуҡлы вәкиллек бинаһында баш ҡала госпиталдәрендә дауаланған яралы хәрбиҙәрҙең туғандарын урынлаштырыу өсөн бушлай номерҙар бүленде. – Беҙ шулай уҡ хәрбиҙәребеҙ өсөн мәҙәни ял ойошторабыҙ, ижади коллективтарҙың концерттарын үткәрәбеҙ, - тип аңлатты Ринат Фәйзуллин. Республика башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Был бик мөһим. Һеҙгә мөрәжәғәт итеүселәр бушлай һәм тыныс йәшәһен, туғандарына барып, уларҙы ҡараһын, - тине Радий Хәбиров. Ринат Фәйзуллин шулай уҡ Тулы хоҡуҡлы вәкиллек ярҙамында баш ҡалала һәм Мәскәү өлкәһендә республиканан сыҡҡан кешеләргә ярҙам итеүгә

Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиллегенең Мәскәүҙәге номер фонды менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың 73 ғаиләнән 174 туғаны файҙаланған. Был хаҡта Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров уҙғарған аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә тулы хоҡуҡлы вәкиллек етәксеһе Ринат Фәйзуллин хәбәр итте. Төбәк етәксеһе ҡушыуы буйынса Тулы хоҡуҡлы вәкиллек бинаһында баш ҡала госпиталдәрендә дауаланған яралы хәрбиҙәрҙең туғандарын урынлаштырыу өсөн бушлай номерҙар бүленде. – Беҙ шулай уҡ хәрбиҙәребеҙ өсөн мәҙәни ял ойошторабыҙ, ижади коллективтарҙың концерттарын үткәрәбеҙ, - тип аңлатты Ринат Фәйзуллин. Республика башлығы махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеүҙең әһәмиәтен һыҙыҡ өҫтөнә алды. – Был бик мөһим. Һеҙгә мөрәжәғәт итеүселәр бушлай һәм тыныс йәшәһен, туғандарына барып, уларҙы ҡараһын, - тине Радий Хәбиров. Ринат Фәйзуллин шулай уҡ Тулы хоҡуҡлы вәкиллек ярҙамында баш ҡалала һәм Мәскәү өлкәһендә республиканан сыҡҡан кешеләргә ярҙам итеүгә йүнәлтелгән 14 ижади коллектив һәм йәмәғәт ойошмаһы эшләүе хаҡында һөйләне. Башҡортостандың студенттар һәм аспиранттар Ассоциацияһы менән берлектә тулы хоҡуҡлы вәкиллек вуздарҙың яҡташтар ойошмаларын булдырыу буйынса эш алып бара – әленән Башҡортостандың 27 клубы эшләй. Башҡортостан Башлығы тулы хоҡуҡлы вәкилгә башҡарған эштәре өсөн рәхмәт әйтте һәм алдағы осорға өҫтөнлөклө бурыстар билдәләне. – Вәкиллек, ниһайәт, беҙҙең дөйөм линияла булып, баштан уҡ нимә менән шөғөлләнергә тейеш шуны эшләй башланы, – тине Радий Хәбиров. – Һис шикһеҙ, мәҙәни тормош мөһим. Әммә төп бурыс – республика халҡы, студенттар һәм йәштәр өсөн ышаныслы терәк һәм ысын йорт булыу. Беҙ Башҡортостандан килгән студенттар менән етди эшләйбеҙ, һәм был эште мотлаҡ дауам итәсәкбеҙ. Беҙ бындай осрашыуҙарҙы даими үткәрергә, уларға республикала барған ваҡиғалар тураһында һөйләргә, өйҙә көтөүебеҙҙе күрһәтергә тейешбеҙ. Төбәк етәксеһе инвестициялар йәлеп итеү буйынса эште көсәйтергә һәм тулы хоҡуҡлы вәкиллек өсөн тейешле һөҙөмтәлелек күрһәткестәрен (KPI) билдәләргә ҡушты. Фото: Башҡортостан Башлығы сайты.