3 майҙа Башҡорт дәүләт академия драма театрында Фидан Ғафаров төп ролдәрҙең береһен башҡарған “Бәхет хаҡы” спектакле күрһәтелергә тейеш ине. Унда, йола буйынса, билеттар бер ай алдан тиерлек алынып бөткән ине. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ял көнө Рәсәйҙең, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев һәм Халыҡтар дуҫлығы ордендары кавалеры Фидан Сафа улы Ғафаров вафат булып ҡалды. Ләкин театр етәкселеге хәбәр итеүенсә, спектакль был көндө барыбер ҡуйыласаҡ! Баҡһаң, М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры был көндө спектаклде Фидан Сафа улының яҡты иҫтәлегенә арнап күрһәтәсәк. Фидан Ғафаров уйнаған Зариф роленең сәхнәләре был көндө экранда күрһәтелә... “Бәхет хаҡы” мелодрамаһы 2012 йылдың 19 апрелендә сәхнәгә сыҡҡан (режиссеры – Айрат Абушахманов) һәм 3 майҙа спектакль Фидан Сафа улы ҡатнашлығында 199-сы тапҡыр уйналыр ине... Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, яратҡан артисыбыҙ менән бәхилләшеү бөгөн сәғәт 10-да уның ғүмер бу
Фидан Ғафаров “Бәхет хаҡы”нда һуңғы тапҡыр уйнаясаҡ...
28 апреля 202528 апр 2025
~1 мин