Бөгөн, 28 апрелдә, һауа шарттары насар булыу сәбәпле (ел, буран, ҡар, боҙлауыҡ), 21.00 сәғәттән Өфө - Инйәр - Белорет дөйөм ҡулланылыштағы автомобиль юлы участкаһында, 67 - 222 километр арауыҡта (Архангел һәм Белорет райондары), бөтә төрҙәге транспорт саралары өсөн хәрәкәт итеү ваҡытлыса сикләнде. Шулай уҡ Бөрө – Таҙтүбә – Һатҡы юлындағы 0 - 98 километр арауыҡта (Бөрө, Мишкә, Ҡариҙел райондары), Өфө - Бөрө - Яңауыл юлындағы 33 - 204 километр арауыҡта (Благовещен, Бөрө, Мишкә, Борай, Ҡалтасы, Яңауыл райондары) юлдар ябылды. Республиканың Дәүләт автоинспекцияһы сикләүҙе бөтөрөү тураһында өҫтәмә хәбәр итәсәк. Әле Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл хәрәкәтендә ҡатнашыусыларға ярҙам күрһәтеүгә йүнәлтелгән. Хөрмәтле дуҫтар, бындай һауа торошонда юлға сыҡмау хәйерле. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ! Рәмилә МУСИНА фотоһы.