Зәүхиә Низамиева-Ҡәҙербәкованың социаль селтәрҙәге халыҡ дауаһы алымдарына ҡағылышлы яҙмалары бик күптәрҙең иғтибарын йәлеп итә. Халыҡ дауаһы алымдарын ҡулланғанда бары тик сама белеү, организмыңа зыян килтермәү, кәрәк икән, табип менән кәңәшләшеү генә зарур. Зәүхиә ханымдың һуңғы яҙмаларының береһе лә бихисап “лайыҡтар” йыйҙы, уҡыусылар тарафынан күсереп алынды. Уның ҡыҫҡартылған вариантын һеҙҙең иғтибарға ла тәҡдим итәбеҙ. “Зәүхиә, яҡын танышымдың хәле бик мөшкөл. Короновирус эләктергән. Антибиотиктар ярҙам итмәгән. Көскә тын ала. 54 кенә йәш. Зинһар өсөн берәй кәңәш бир”, - тип миңә таныш ҡатын шылтыратты. “Кем булһа ла килеп, минән әрем алып китһен,”- тинем. Ярты сәғәттән ҡустыһы килеп тә етте. Изге күңелле кеше булыуы йөҙөнә сыҡҡан был йәш ир-егеткә әремде нисек эсергә өйрәттем. Үҙенә лә профилактика өсөн эсә башларға кәңәш иттем. Ярты стакан ҡайнар һыуға 10–15 бөртөк сәскәһен һалып, 10 минут тирәһе ҡаплап тоторға һәм һөҙөп эсергә ҡуштым. Аллергияһы булмауы һәйбәт, булған осраҡта