Был хаҡта бөгөн Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә хәбәр итте. – Беҙ Өфөлә ҙур күләмдә эш башҡарҙыҡ, Черниковка, Дим, Сипайлово, Затон, Инорс биҫтәләрендәге ҙур парктарҙы тәртипкә килтерҙек. Хәҙер Ленин исемендәге паркта – Өфө халҡының яратҡан ял итеү урындарының береһендә тәртип урынлаштырырға ваҡыт етте, – тине Радий Хәбиров. – 12 майҙан парк тулыһынса ябыла. Унда коммуникацияларҙы асырға һәм күсерергә кәрәк, шуға күрә территорияға инеүҙе өлөшләтә сикләү мөмкин түгел. Халыҡтан быны аңлауын һәм йәйәү йөрөү маршруттарын үҙгәртеүҙәрен һорайым. Барыһын да тиҙ арала эшләргә тырышасаҡбыҙ, әммә эштәрҙе кәмендә ике йыл дауам итербеҙ, тип уйлайым. Парк төбәк әһәмиәтендәге мәҙәни мираҫ объекты булғанлыҡтан, уның бөтә төп элементтары һәм объекттары һаҡланасаҡ. – Был парк халҡыбыҙ өсөн бик ҡәҙерле, һәм улар уның үҙгәрештәренә һиҙгер ҡарай. Унда һәйкәлдәр, мемориаль объекттар күп. Унда булған бөтә нәмәне һаҡлап ҡаласаҡбыҙ, – тине Радий Хәбиров. - Территорияны тәртипкә к
12 майҙан Өфөнөң Ленин исемендәге паркы реконструкцияға ябыла
21 апреля 202521 апр 2025
1
1 мин