Бөгөн аҙналыҡ оператив кәңәшмәлә Дәүләкән икмәк продукттары комбинатын үҫтереү тикшерелде. Предприятиеның генераль директоры Вячеслав Сенаторов компанияның “Премиум-Групп” агрохолдингы составына инеүе һәм он, ҡатнаш аҙыҡ, икмәк-ҡалас продукцияһы етештереүҙең бер нисә йүнәлешен берләштереүе хаҡында һөйләне. Комбинатта тәүлегенә дөйөм ҡеүәте 185 тонна он булған ике тирмән, ҡатнаш аҙыҡ заводы, төрөү цехы һәм икмәкхана эшләй, унда тәүлегенә 8 тоннаға тиклем икмәк-ҡалас ризыҡтары сығарыла. Предприятие продукцияһы ISO 22000 стандарты буйынса сертификатланған, уны Башҡортостанда һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәрендә, шулай уҡ яҡын сит илдәрҙә – Әрмәнстанда, Үзбәкстанда, Грузияла, Азербайжанда һәм Ҡаҙағстанда һаталар. 2024 йылда компания 38 мең тоннанан ашыу он һәм 2 мең тоннаға яҡын икмәк етештерә. Әйләнеш 990 миллион һум самаһы тәшкил иткән, был 2023 йылғы күрһәткестән 12 процентҡа юғарыраҡ. Предприятиела етештереү ҡеүәттәрен модернизациялауға айырыуса иғтибар бүленә. Һуңғы биш йылда инвестициялар