Шәмбе Башҡортостанда һыу объекттарында ике бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән. Нефтекамала Ҡарман һыуһаҡлағысынан “Йәшел морон” баҡсасылыҡ ширҡәте эргәһендә һәләк булған 66 йәшлек ҡатындың кәүҙәһе сығарылған, уны туғандары тапҡан. Оператив-тикшереү саралары үткәрелә. Тағы бер ваҡиға Октябрьскийҙа була. Ҡала ҡотҡарыусылары Ыҡ йылғаһынан 47 йәшлек ирҙе сығарған. Ул ныҡ өшөгән була, уны дауаханаға оҙаталар. Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкә төшөрә: - йылғаларҙа һәм күлдәрҙә һыуыҡ, унда төшһәң, ныҡ итеп өшөргә, өйәнәк тоторға һәм хатта һәләк булыу ихтималы бар; - һыу инеү миҙгеле башланғандан һуң ғына (1 июндә) рәсми пляждарҙа һыу инеү рөхсәт ителә, унда һыу ятҡылыҡтары төбөн водолаздар хәүефле әйберҙәргә тикшерәсәк, пляж хәүефһеҙлек нормаларына тап килә, шулай уҡ ҡотҡарыусылар дежур итә; - балаларға, өлкәндәрһеҙ һыу ятҡылыҡтарына яҡын килеү бик ҡурҡыныс, тип аңлатығыҙ. Фото: Нәсих Хәлисов.