Башҡортостанда яңы дәүләт наградаһы – “Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған дәүләт һәм муниципаль хеҙмәткәре” маҡтаулы исеме барлыҡҡа килде. Уны күп йылдар дауамында республиканы үҫтереү өсөн хеҙмәт иткән кешеләргә тапшыралар. Бөгөн Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһе башында Радий Хәбиров уның тәүге лауреаттарын бүләкләне. Тәүгеләрҙән булып награда Өфөнөң элекке хакимиәт башлығы, Дәүләт Думаһы депутаты Павел Качкаевҡа тапшырылды. Павел Качкаев төбәк етәксеһенә уның хеҙмәтен юғары баһалағаны өсөн рәхмәт әйтте. Ул 2003 йылда уҡ Радий Хәбиров менән бергә урындағы үҙидара тураһында 131-се законды индереүҙәрен иҫкә төшөрҙө. "Минеңсә, бөгөн Башҡортостанда республика Башлығы, муниципалитет башлыҡтары һәм башҡарма власть органдары араһында вәкәләттәр бик дөрөҫ бүленгән. Ошо йылдар эсендә район башлығы менән хакимиәт араһында бер генә ғауға ла булманы. Бының өсөн һеҙгә ҙур рәхмәт. Мин 13 йыл инде икенсе урында эшләйем, әммә барыбер Башҡортостанға һәм тыуған Өфөгә хеҙмәт итеүемде дауам итәм һәм бөт