Иғтибарлы водитель, клиентының мутлашыусылар менән аралашыуын шунда уҡ аңлап, пассажирҙы полиция бүлегенә алып бара. Оло ҡатын Өфөнөң 7-се полиция бүлегендә һөйләүенсә, уға билдәһеҙ кеше шылтыратып, 10 мең һум күләмендә “тейешле пенсия түләүе” алып булыуын һөйләй. Бының өсөн паспорт менән банкка барырға кәрәк була. Мутлашыусылар ҡатынға такси саҡырта, әммә водителдең уяулығын иҫәпкә алмай. Таксист шунда уҡ клиентының тулҡынланыуын һәм даими рәүештә кем менәндер телефон аша бәйләнештә булыуын аңғарып ҡала. Һөйләшеү барышында пенсионерҙың мутлашыусыларға эләгеүен аңлай. Айгиз Нафиҡов машинаны туҡтатып, клиентына хәлде аңлата, һуңынан полиция бүлегенә алып бара. Өфө полицейскийҙары Айгиз Айҙар улына әүҙем гражданлыҡ позицияһы һәм граждандарға битараф булмаған мөнәсәбәте өсөн рәхмәт белдергән. Сығанаҡ: Рәсәй Эске эштәр министрлығының Өфө ҡалаһы буйынса идаралығының матбуғат хеҙмәте. Нәсих Хәлисов фотоһы.