Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Табынға бик тәмле бәлеш

Ҡамыр өсөн:- йомортҡа - 1 дана- йомшаҡ аҡ май - 50 г- ҡаймаҡ - 100 г- бысаҡ осонда тоҙ- йомшартҡыс - 1 сәй ҡалағы- он - 200 г Эслек өсөн:- дөгө -1 стакан- кипкән емеш (йөҙөм, күрагә, ҡара емеш) - услап- ҡыҙыл эремсек - 250-300 г- шәкәр - теләк буйынса- аҡ май - 90 г- 3-4 йомортҡа (һалмаҫҡа ла була)Ҡамыр баҫырға һәм һыуытҡысҡа ҡуйырға.Дөгөнө тоҙло һыуҙа бешерергә, емештәрҙе йыуырға, бер аҙ ебетергә. Ҡамырҙы ике тигеҙ булмаған өлөшкә бүлергә, ҙурын йәйеп ситтәре һәленеп торорлоҡ итеп майлы табаға һалырға. Беренсе рәт — ҡыҙыл эремсек, икенсеһе — дөгө (бер-ике ҡалаҡ шәкәр һибергә була), өсөнсө рәт — кипкән емештәр. Иң өҫтән май киҫәктәре һалып сығырға. Теләге булған кешегә дүртенсе рәткә бешерелгән йомортҡа турап һалырға мөмкин. Ҡамырҙың икенсе өлөшөн йәйергә һәм эслекте ҡапларға. Өҫтөнән валсыҡ (май+он+шәкәр) яһап һибергә. Духовкала 180 градуста 40 минут бешерергә. Ашығыҙ тәмле булһын! Фото:balthazar.club һәм aroma-avenue.ru