Бәхетле бала сағым алты йәшемдә селпәрәмә килде. Ике ай сирләп ятҡандан һуң әсәйем үлде. Ашҡаҙанында яман шеш булған... Балалығым менән үҙемдең етем ҡалғанымды бик аңламағанмын да башта. Әсәйемде ерләгәс, атайым менән икәү йәшәй башланыҡ. Тик атайым яңғыҙы оҙаҡ йонсоманы. Ярты йыл да үтмәне, яңы ҡатын алып ҡайтты. Уға “әсәй” тип әйтергә ҡушты. Был тәкәббер, һауалы ҡатынға әсәй түгел, апай тип тә әйтергә телем әйләнмәне. Атайыма үпкәләп тә ҡараным, тик фәтүә сыҡманы. Улар күп тә тормай рәсми өйләнеште. Туйҙы ҡабаландырыуҙары тиккә түгел – үгәй әсәйем ауырлы булған икән. Һеңлем тыуҙы. Һигеҙ йәш тә тулмағайны миңә. Тәүҙә ул балаға ҡыҙыҡһынып ҡарай инем. Әммә өлкәндәрҙең Гөлфирәгә мөнәсәбәтен күреп, тиҙ һыуындым. Айырыуса атайыма аптырай инем: мине бөтөнләй онотто, башкөллө бәпескә бирелде. Үҫә килә был айырыу нығыраҡ һиҙелде. Миңә бер нәмә лә алмайҙар, ә уға һәр ваҡыт иң яҡшыһы. Атайым мине йышыраҡ әрләй, битәрләй башланы. Шул тиклем үпкәләй инем уға. Илап үткәргән төндәрем йышайҙы. Үгәй