Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Ауыр хәбәр: дүрт бала бер юлы һәләк булған...

Күрше Силәбе өлкәһендә ҡот осҡос фажиғә теркәлгән. Йүрүҙән йылғаһы янындағы Василовка ҡасабаһында янғын сыҡҡан. Шәхси йорт төндә янып китә. Ул ваҡытта өйҙә ата-әсә күҙәтеүенән тыш 12 йәшлек ҡыҙ һәм өс малай: 7 һәм 5 йәшлек (ике игеҙәк) була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, балаларҙың дүртеһе лә һәләк булған. Әсә кеше, балаларын туғандарына ҡалдырып, Мәскәүҙә госпиталдә ятҡан яралы ирен күрергә китә. Балаларҙың атаһы - махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан яугир. Әле ваҡиға урынында тикшереүселәр эшләй, янғын сәбәптәре асыҡлана. Дүрт балаһын бер юлы юғалтҡан ғаиләнең ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Балаларығыҙҙы яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, ут менән һаҡ булығыҙ. Сығанаҡ һәм фото: "Салауат ерендә"