Найти в Дзене

Майҙа ныҡ һыуыҡ көндәр була тиҙәр

Һауа торошо белгестәре быйылғы майҙың, башҡа йылдар менән сағыштырғанда һалҡын буласағын фаразлай. Ҡайһы бер баҫмалар бындай һалҡын майҙың 140-150 дауамында булмауы тураһында ла яҙып сыҡты. Тәбиғәттең аномаль күренеше айырыуса илдең төньяҡ-көнбайыш биләмәһендә, шул иҫәптән Санкт-Петербург тирәһендә ныҡ сағылыш табасаҡ, тиҙәр. Майҙағы уртаса көндөҙгө температура +4 С тирәһе генә тәшкил итәсәк, ә төндә 0 0С-тан түбән буласаҡ, тип фаразлана. Епшек ҡар яуыуы, һалҡын ел һауа торошон тағы ла ҡатмарлаштырасаҡ. Себер биләмәһендә лә йылы май көтөлмәй: көндөҙ +7, төндә 0 0С тирәһе. Бары тик Рәсәйҙең үҙәк өлөшө, шул иҫәптән Мәскәү тирәһендә генә йылыраҡ буласаҡ: көндөҙ +15...20 С тирәһе. Әммә синоптиктар был биләмәлә лә май үҙенең көйәҙлеген күрһәтеп аласаҡ, тигән фекерҙә. Башҡортостанға килгәндә, беҙҙә лә илдең үҙәк өлөшөндәге һауа торошо күҙәтеләсәк, ти синоптиктар. Уртаса температура +14...18 С. Өфөгә килгәндә, ямғырлы көндәр, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, күберәк буласаҡ. Ә бына республик

Һауа торошо белгестәре быйылғы майҙың, башҡа йылдар менән сағыштырғанда һалҡын буласағын фаразлай. Ҡайһы бер баҫмалар бындай һалҡын майҙың 140-150 дауамында булмауы тураһында ла яҙып сыҡты. Тәбиғәттең аномаль күренеше айырыуса илдең төньяҡ-көнбайыш биләмәһендә, шул иҫәптән Санкт-Петербург тирәһендә ныҡ сағылыш табасаҡ, тиҙәр. Майҙағы уртаса көндөҙгө температура +4 С тирәһе генә тәшкил итәсәк, ә төндә 0 0С-тан түбән буласаҡ, тип фаразлана. Епшек ҡар яуыуы, һалҡын ел һауа торошон тағы ла ҡатмарлаштырасаҡ. Себер биләмәһендә лә йылы май көтөлмәй: көндөҙ +7, төндә 0 0С тирәһе. Бары тик Рәсәйҙең үҙәк өлөшө, шул иҫәптән Мәскәү тирәһендә генә йылыраҡ буласаҡ: көндөҙ +15...20 С тирәһе. Әммә синоптиктар был биләмәлә лә май үҙенең көйәҙлеген күрһәтеп аласаҡ, тигән фекерҙә. Башҡортостанға килгәндә, беҙҙә лә илдең үҙәк өлөшөндәге һауа торошо күҙәтеләсәк, ти синоптиктар. Уртаса температура +14...18 С. Өфөгә килгәндә, ямғырлы көндәр, башҡа йылдар менән сағыштырғанда, күберәк буласаҡ. Ә бына республиканың көньяҡ төбәктәрендә ҡоро һауа торошо өҫтөнлөк итәсәк. Белгестәр баҡсасыларға, фермерҙарға һауа шарттарын иҫәптә тотоп эш итергә кәңәш итә. Автор фотоһы.