Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Өйҙә эшләнгән сыр

Ейәнсура районының Юлдаш ауылынан Рәйлә Бикбулатова өй шарттарында сыр эшләү серҙәре менән уртаҡлашҡан. - Сыр яһау бик мәшәҡәтле булып тойолһа ла, бер ғәҙәткә инһә, бер ауырлығы ла юҡ. Мин уны айыртылған һөттән ошондай рецепт менән эшләйем. 10 литр һөттө бер-ике көн йылы урында тотоп ойотҡас, таҫтамалдан (вафля туҡыма) тегелгән тоҡҡа ҡойоп, һарҡытырға ҡуям. Һарҡҡас, тоҡтағы һөҙмәне ҡаҙанға бушатам. Өҫтөнә 1 литр ҡуйы һөт ҡойоп, утҡа ҡуям. Ҡайнап сыҡҡансы болғатып торорға, ҡайнап сыҡҡас, тағы ла һарҡытырға кәрәк. Килеп сыҡҡан эремсеккә ике йомортҡа, берәр балғалаҡ сода менән тоҙ һалып, төйөрө ҡалмаҫлыҡ итеп иҙергә кәрәк. Ҡаҙандың төбөнә 200-300 грамм май һәм массаны һалып, утҡа ҡуябыҙ ҙа, болғатып торабыҙ. 10-15 минуттан сыр әҙер була. Алдан эҙерләп ҡуйған һауытҡа һалып, һыуыҡ урынға ҡуйырға. Һәр кем үҙе яратҡан тәмләткесте (укроп, паприка, борос) ҡуша ала. Сыр торған һайын тығыҙлана, тәмләнә бара, - ти һөйләгән ул райондың “Ейәнсура таңдары” гәзитенә. Сығанаҡ: https://ejansura.ru

Ейәнсура районының Юлдаш ауылынан Рәйлә Бикбулатова өй шарттарында сыр эшләү серҙәре менән уртаҡлашҡан. - Сыр яһау бик мәшәҡәтле булып тойолһа ла, бер ғәҙәткә инһә, бер ауырлығы ла юҡ. Мин уны айыртылған һөттән ошондай рецепт менән эшләйем. 10 литр һөттө бер-ике көн йылы урында тотоп ойотҡас, таҫтамалдан (вафля туҡыма) тегелгән тоҡҡа ҡойоп, һарҡытырға ҡуям. Һарҡҡас, тоҡтағы һөҙмәне ҡаҙанға бушатам. Өҫтөнә 1 литр ҡуйы һөт ҡойоп, утҡа ҡуям. Ҡайнап сыҡҡансы болғатып торорға, ҡайнап сыҡҡас, тағы ла һарҡытырға кәрәк. Килеп сыҡҡан эремсеккә ике йомортҡа, берәр балғалаҡ сода менән тоҙ һалып, төйөрө ҡалмаҫлыҡ итеп иҙергә кәрәк. Ҡаҙандың төбөнә 200-300 грамм май һәм массаны һалып, утҡа ҡуябыҙ ҙа, болғатып торабыҙ. 10-15 минуттан сыр әҙер була. Алдан эҙерләп ҡуйған һауытҡа һалып, һыуыҡ урынға ҡуйырға. Һәр кем үҙе яратҡан тәмләткесте (укроп, паприка, борос) ҡуша ала. Сыр торған һайын тығыҙлана, тәмләнә бара, - ти һөйләгән ул райондың “Ейәнсура таңдары” гәзитенә. Сығанаҡ: https://ejansura.ru/articles/ataisal/2024-04-24/r-yl-bikbulatovanan-syr-erl-sere-3740989