Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Командаға ҡаһарман яугирҙең исеме бирелгән

Командаға ҡаһарман яугирҙең исеме бирелгән Бүздәк районы үҙәгендә махсус хәрби операцияла һәләк булған Максим Ядров иҫтәлегенә футзал буйынса асыҡ турнир уҙғарылған. Уны ҡаһарман егеттең ата-әсәһе Лира Фән ҡыҙы һәм Андрей Николаевич Ядровтар ойошторған. Яугирҙең иҫтәлегенә хөрмәт билдәһе булған турнирҙы әҙерләүҙә Бүздәк районы хакимиәте һәм “Олимп” өҫтәмә белем биреү үҙәге лә ҡатнашҡан. Был турала “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан филиалы хәбәр итә. 11 апрелдә Максимға 26 йәш тулған булыр ине. Ул яҡташтары хәтерендә талантлы һәм һиҙгер күңелле шәхес булып һаҡланыр, тип яҙа фонд үҙенең төркөмөндә. Бүздәктәге 1-се мәктәптә уҡығанда уҡ Максим футбол һәм шахмат менән мауыға. БДУ-ның иҡтисад факультетында белем алып сыҡҡас, егет хәрби булырға ҡарар итә һәм 2017 йылда хәрби училищеға уҡырға инә. Әрме хеҙмәтендә үҙен өлгөлө офицер, эшенең оҫтаһы итеп таныта – ул танктың оператор-наводчигы булып хеҙмәт итә. Махсус хәрби операцияның тәүге көнөнән үк яу хәрәкәттәре барған ерҙә була һәм

Командаға ҡаһарман яугирҙең исеме бирелгән Бүздәк районы үҙәгендә махсус хәрби операцияла һәләк булған Максим Ядров иҫтәлегенә футзал буйынса асыҡ турнир уҙғарылған. Уны ҡаһарман егеттең ата-әсәһе Лира Фән ҡыҙы һәм Андрей Николаевич Ядровтар ойошторған. Яугирҙең иҫтәлегенә хөрмәт билдәһе булған турнирҙы әҙерләүҙә Бүздәк районы хакимиәте һәм “Олимп” өҫтәмә белем биреү үҙәге лә ҡатнашҡан. Был турала “Ватанды һаҡлаусылар” фондының Башҡортостан филиалы хәбәр итә. 11 апрелдә Максимға 26 йәш тулған булыр ине. Ул яҡташтары хәтерендә талантлы һәм һиҙгер күңелле шәхес булып һаҡланыр, тип яҙа фонд үҙенең төркөмөндә. Бүздәктәге 1-се мәктәптә уҡығанда уҡ Максим футбол һәм шахмат менән мауыға. БДУ-ның иҡтисад факультетында белем алып сыҡҡас, егет хәрби булырға ҡарар итә һәм 2017 йылда хәрби училищеға уҡырға инә. Әрме хеҙмәтендә үҙен өлгөлө офицер, эшенең оҫтаһы итеп таныта – ул танктың оператор-наводчигы булып хеҙмәт итә. Махсус хәрби операцияның тәүге көнөнән үк яу хәрәкәттәре барған ерҙә була һәм 2022 йылдың 26 февралендә һәләк була. Батыр яугирҙең иҫтәлегенә арналған асыҡ турнирҙа республиканың төрлө төбәктәренән килгән командалар ҡатнашҡан. Ҡунаҡтар араһында ғаиләнең яҡын дуҫтары ла булған. Улар Максим тураһында яҡты хәтирәләр һаҡлай. “Олимп”тың йәш спортсылары өсөн был көн айырыуса иҫтәлекле була: командаларҙың береһенә Максим Ядров исеме бирелеп, яңы спорт формаһы таратыла. Турнирға йыйылыусылар батыр яугирҙе бер минут тын ҡалып иҫкә ала. Футзал буйынса ойошторолған асыҡ турнир йәшләй һәләк булған Максим Ядровтың Тыуған ил алдындағы бурысына тоғро ҡалыуына, батырлығына тере һәйкәл дә ул. Фото: vk.com/zashitnikiotechestvarb