Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров республика христиандарын Пасха байрамы менән ҡотланы. Унда түбәндәге һүҙҙәр бар: - Хөрмәтле православие христиандары! Һеҙҙе изге Пасха байрамы менән ихлас ҡотлайым! Яҡты Йәкшәмбе - ул һәр саҡ еңеүсе булған тормош һәм мөхәббәт тантанаһы символы, христиандарҙың иң яратҡан һәм хөрмәтле байрамдарының береһе. Рус православие сиркәүе башҡа традицион конфессиялар менән бергә йәмғиәтебеҙҙе берләштереүгә, мәҙәни мираҫты һаҡлауға булышлыҡ итә, күп быуатлыҡ әхлаҡи нигеҙҙәрҙең ышаныслы таянысы булып тора. Ауыр ваҡытта иман тыныс тормошта һәм һуғыш яландарында һынауҙарҙы еңеп сығырға ярҙам иткән рухи көс сығанағына әйләнә. Доғалары һәм изге эштәре менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға һәм уларҙың ғаиләләренә, хәстәрлеккә һәм иғтибарға мохтаж булғандарға ярҙам иткәндәрҙең барыһына ла рәхмәт белдерәм. Көстәрҙе берләштереп, мәрхәмәтлек һәм үҙ-ара ихтирам закондарына ярашлы, беҙ күп конфессиялы республикабыҙ һәм илебеҙ мәнфәғәтендә йәшәүебеҙҙе һәм эшләүебеҙҙе