Синоптиктар алдағы көндәрҙә +24 градусҡаса йылыныуын фаразлай. Йәкшәмбе, 20 апрелдә, урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы ихтимал. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7,+12°, көндөҙ +19,+24°. Дүшәмбе, 21 апрелдә лә урыны менән ҡыҫҡа ваҡытлы ямғыр яуыуы көтөлә. Ел көньяҡ-көнбайыштан талғын, көндөҙ көсәйеүсән. Һауа температураһы төндә +7,+12°, көндөҙ +19,+24°.
Синоптиктар алдағы көндәрҙә +24 градусҡаса йылыныуын фаразлай
19 апреля 202519 апр 2025
~1 мин