Ысыҡ тамды. Ергә. Ҡояш, аҡ ҡояш ҡалҡты тау артынан. Аҡбейәнең улы тыуҙы бөгөн. Сихри болон донъялағы иң илаһи мәлде – әсә менән сабыйҙың бергә ҡауышыуын – күҙ тейеүҙән һаҡлап, томан-пәрҙәһе менән ҡаплап торҙо ла, ҡояш баҡҡас ул, донъяһын бар гүзәллегендә асып, томанды ергә түшәп, байрам тантанаһын ҡабул итте. Тәүҙә нурҙар уйнашты, унан ҡыңғырау сыңланы, ат бышҡырған, еңелсә кешнәгән тауыш ишетелде. Бер мәл кемуҙарҙан сут-сут килеп ҡоштар һайраша башланы. Сәскәнән-сәскәгә ҡунып күбәләктәр уйнаны. “Яңы йән тыуҙы, һөйөнсө!” – тигән кеүек ине барыһы ла. Әлегә ул әкрен генә иҫкән елгә өшөп ята бирҙе. Дымлы тиреһен тартып, бөршәйеп ҡалтыранып алды. Тәненә наҙлы ғына итеп нимәлер ҡағылғас, тағы ла көслөрәк ҡалтыранырға тотондо. Әсәһе ул уның. Быны белә, уны еҫенән тойҙо. Әсәһенең ҡытыршы ла, наҙлы ла теле тәненә ҡағылған һайын, яратыпмы, әллә, һин минең бер өлөшөм, тип үҙ тынын бирергә тырышыпмы ялап-ялап алыуынан ул уның йылыһын, тәмле һәм ошоғаса танһыҡ булған еҫен айырыуса нығыраҡ тойҙо. Иртәнге ҡояш, аҡ ҡына йомро йомғаҡ, уның ҡолаҡ остарын, моронон йылытып, күҙҙәрен сағылдырҙы. Ҡалтыраныуы бөттө. Уға рәхәт ине, шулай күҙҙәрен бер асып, бер йомоп, керпектәрен хәрәкәткә килтереп ята бирҙе. Донъяла иң ҡәҙерлеһе һәм иң тәмлеһе әсәй һәм аҡ ҡояш икән, тигән тәүге аңлы тойғо уянды яңы йән эйәһендә. Ҡояш арҡан бейеклек күтәрелгәндә ҡолон тәүге аҙымдарын шаҡтай ныҡлы баҫа ине инде. Әсәһе артынан бер аҙым да ҡалмай эйәрҙе, ул ғырш-ғырш килеп үлән уртлағанда ер йылыһын тойоп көн үҙәгендә ятып та алды. Уңарса булмай, өйөр башынан ике аяҡлы ике заттың килгәнен күрҙе лә, ҡолон әсәһе янына һыйынды. Ул кешене белмәй әле. Уға ғүмер буйы хеҙмәт итәсәген дә белмәй. Ат – башҡортҡа йәшәү рәүеше, таянысы ғына түгел, ҡанаты икәнен дә белмәй әле ул. Әсәһенең бот араһынан, ҡыҙыҡһынып, ул һис тә уларға оҡшамаған заттарға баҡҡан. – Атай, атай, ул ҡалай йәтеш кенә, ивет, – тип тауыш сығарҙы бәләкәйерәк берәүһе. Кәүҙәгә ҙуры уның әсәһенең башын һыйпаны: – Ҡотолдоң инде, Аҡбейә, рәхмәт һиңә. Үҙеңә лә, сабыйыңа ла ҡотло яҙмыш, – тип башын һыйпаны. Ҡолон малай тирәләй артын һикертеп сабып-сабып алды ла еленгә йәбеште. Уға рәхәт ине. Оҙаҡ ҡына тын алмай имгәс, ул күктәге болоттарға ҡараны ла һуҙылып ятты. Аяҡтарын алға һуҙып кирелеп алды. – Их, телең дә булһа... һөйләшер инек туйғансы. Аттар кешеләр һымаҡ уйлай беләме икән, атай? – тине малай атаһына. – Уның исеме нисек икән? – Уйлауын әйтә алмайым, ә бына аттарҙа ла – кеше яҙмыштары, шуны беләм. Хәтәр-хәтәр яҙмыштар. Ил күтәргәнде аттар ҙа үҙ иңендә күтәрә. Әйҙә, уйла һуң исемен. – Әйҙә ул, әйҙә ул... – ни әйтергә белмәне малай. – Иңдәреңә көмөш эйәр һалырмын, һине менеп алырмын, баҫҡан өҙәңгеләрем еҙ булыр, күңелемә моң тулыр, билемдә булыр ҡылыс, ә һин булырһың ҡорос! – тип һамаҡлай торғайныҡ йәш саҡта. – Оһо-һо-һой! Исем таптыҡ. Һин – Ҡорос! Исемең һинең – Ҡорос, – тип йүгерҙе малай ҡолон артынан. * * * “Дим” колхозы рәйесе Харис Талипов трактор йүнләп райкомға барғайны ла, юлы уңманы. Булмаясаҡ уға тимер ат. Аптырап, йылҡысылыҡ заводына үҙенә район үҙәгенә, ашығыс юлға йөрөргә шәп кенә юртаҡ табып булмаҫмы, тип барҙы. Етәкселек менән һөйләшкәс, аттар торған кәртәгә алып барҙылар. Тыңлаусан ғына, йәтеш кенә айғыр тәҡдим иттеләр. Оҡшаны уныһы. Шулай ҙа күҙе башҡаға төштө ирҙең. Муйынын һоноп күккә осорҙай булып торған айғырҙы күрҙе лә хайран ҡалды. Һомғоллоғо, үҙен ғорур тотошо, етеҙ хәрәкәте әсир итте. Нимә әйтергә белмәй: – Ә быныһы кем тағы? – тип һораны. Аңламай завод хужаһы: – Кем тураһында һүҙ бара әле? – тип тирә-яғына әйләнеп ҡараны. – Айғырҙы әйтәм, анау торғанын, – тип төҙәтте. – Мин, кеше икән, тип... Ә ул уҫал, һырт бирмәҫ бер нимәкәй.. Йонсотасаҡ һине. Ҡулда тота алмаясаҡһың, йәш дүнән – өс йәшлек тай. Керчь ҡушаматлы. – Ҡолаҡҡа ятмаҫ исем биргәнһегеҙ икән, – тигән булды руссаһы шул сама булған Харис, был һүҙҙең нимә аңлатҡанын да аңламай. – Ысынында, Кречет, һеҙҙеңсә Шоңҡар инде, ҡыҫҡартып, Керчь тиҙәр хәҙер. Кемдер башҡортса Ҡорос тип тә өндәшә. Йылҡы заводы хужаһы шулай тип ҡуйҙы. Ярай, беҙҙеңсә Ҡорос булыр, барыбер трактор алып булманы, тип ҡуйҙы Харис эстән. * * * Урамға Керчь-Ҡоросто уйнатып килеп инде Харис. Килеп кантур эргәһенә бәйләне. Уларҙы күреп, малайҙарҙың күҙҙәре шар булды. Айғыр улар күреп өйрәнгән аттарҙан бер башҡа бейек ине. – Был теге янғын каланчаһы кеүек ҙу-ур, ивет. Өҫтөнә менеп ҡараһаң, Өфө күренәме икән? – Һе, каланча нимә ул, ул хатта тракторҙан да көслө. Атайым әйтте. – Ә миңә өләсәйем сер асты, һиңә әйтмәйем. – Әйт инде, тип үтенгәс, танауындағы йылтыр улағын ең менән һөрттө лә дуҫының ҡолағына шыбырланы. – Был ат кеше күрмәгәндә осоп та йөрөй икән. Малайҙар шулай ҡәҙимге айғырҙы әкиәт Аҡбуҙатына әйләндергәндә, ололар ҙа ысын мөғжизә күргәндәй тел шартлатты. – Ҡорос ат тигәндәре ошомо, һис тә ҡорос түгел дәһә, ялпылдап торған тире менән ҡапланған түгелме? – тине теге “бысҡы” ҡатын. – Ҡара әле, ҡолағы ҡайсыланып тора, елде киҫеп осасаҡ был! – күп аттарҙы күргән Хәбибулла бейеп торған айғырҙың осаларын һуҡҡыланы. – Һабантуйҙа еңеү беҙҙә буласаҡ. – Ә ялан эшендә? Тапҡандар һоҡланыр хайуан. Ат тәк ат инде, бөтәһе лә шул бер сыбыртҡынан ҡыуылған... – бухгалтер Тәлғәттең мығырҙағанын ишетеүсе лә булманы. – Иңенә ҡамсы ятҡанын яратмай был. Шәкәр менән генә һыйлағыҙ айғырҙы, – тип бойорҙо Харис. Атҡа яҡын килмәгеҙ, тибеп ебәрер, ситтән генә байҡағыҙ, тип шуҡ малайҙарҙы ла, ҡыҙыҡһынған кешеләрҙе лә тыйып ҡына торҙолар. Керчь бик ирәбе, ҡыйыу, аҡыллы айғыр булһа ла, үтә өркәк, кешеләрҙе ятһына ине. Башҡалар ныҡ ҡурҡһа ла, Харис уға ныҡлы өйрәнде. Уны яйлап ҡына тәүҙә үҙенә эйәләштерҙе, күгәрсен кеүек гөрөлдәп кенә исемен әйтер булды: “Керчь-киррич – Ҡорос”. Төндә генә алып сығып китеп, етәкләп ауыл урамдарынан йөрөттө, шунан менгегә ныҡлы өйрәтте, Дим ярын, тау буйҙарын иңләнеләр. Айғыр ҙа уны ғына үҙенә юллатты, уны ғына тыңланы тәүҙә. Район үҙәгенә, башҡа ерҙәргә үҙе генә менеп йөрөнө рәйес. Һыҙғырып ебәрһә, янына килде, артынан эйәреп йөрөнө хужаның. Ат ҡараусы Ирек теҙгененән тотоп ат һарайына ҡурҡып ҡына индерә лә һоло һала. Йәшел бесән сабып килтергеләй. Тура килгәндә, хужаһына оҡшатып, мә инде, тигән булып шәкәр һона. Ул да шулай үҙенә ылыҡтырырға тырышты. Тик өҫтәл ише киң иңенә менеп атланырға тәүҙә ҡурҡып торҙо. Һуңынан ул да өйрәнде, айғыр ҙа уны үҙ итте. Рәйестең айғырҙы алып ҡайтҡан көн биргән кәңәштәрен һәр саҡ тоторға тырышты. * * * Айғыр юҡҡа ғына башын бороп, һонолоп ҡарап тормаған икән, Нарыҫтау аръяғынан саң борҡотоп йылҡы өйөрө килеп сыҡты. Кешнәгән, бышҡырған тауыштар яҡынайған һайын айғыр ҡойроҡтарын күтәреп, маршта баҫҡан кеүек бейеп, бәйләнгән ҡолғаны уратып йөрөй башланы. – Ысҡындыр, танышһын өйөрө менән, – Ирек ҡурҡа-ҡурҡа ғына муйынынан арҡанды һүтеүе булды, айғыр аттарға ҡаршы юртып китте... Авторы - Мөнир ҠУНАФИН. Дауамы буласаҡ. Нәсих Хәлисов фотоколлажы.
Ысыҡ тамды. Ергә. Ҡояш, аҡ ҡояш ҡалҡты тау артынан. Аҡбейәнең улы тыуҙы бөгөн. Сихри болон донъялағы иң илаһи мәлде – әсә менән сабыйҙың бергә ҡауышыуын – күҙ тейеүҙән һаҡлап, томан-пәрҙәһе менән ҡаплап торҙо ла, ҡояш баҡҡас ул, донъяһын бар гүзәллегендә асып, томанды ергә түшәп, байрам тантанаһын ҡабул итте. Тәүҙә нурҙар уйнашты, унан ҡыңғырау сыңланы, ат бышҡырған, еңелсә кешнәгән тауыш ишетелде. Бер мәл кемуҙарҙан сут-сут килеп ҡоштар һайраша башланы. Сәскәнән-сәскәгә ҡунып күбәләктәр уйнаны. “Яңы йән тыуҙы, һөйөнсө!” – тигән кеүек ине барыһы ла. Әлегә ул әкрен генә иҫкән елгә өшөп ята бирҙе. Дымлы тиреһен тартып, бөршәйеп ҡалтыранып алды. Тәненә наҙлы ғына итеп нимәлер ҡағылғас, тағы ла көслөрәк ҡалтыранырға тотондо. Әсәһе ул уның. Быны белә, уны еҫенән тойҙо. Әсәһенең ҡытыршы ла, наҙлы ла теле тәненә ҡағылған һайын, яратыпмы, әллә, һин минең бер өлөшөм, тип үҙ тынын бирергә тырышыпмы ялап-ялап алыуынан ул уның йылыһын, тәмле һәм ошоғаса танһыҡ булған еҫен айырыуса нығыраҡ тойҙо.