Бөгөн Талҡаҫ күле буйында экологик өмә үтте. Бында уҡыусылар ҙа, студенттар ҙа, сәнәғәт өлкәһендә эшләүселәр ҙә, экологтар ҙа, табиптар ҙа, уҡытыусылар ҙа, тәрбиәселәр ҙә - һәммәһе, һәммәһе лә, хатта 80 йәште үткән инәй -олатайҙар ҙа бар ине. Килеүселәр Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына арналған аллеяға ағас ултыртҡандан һуң, төркөмдәргә бүленеп күл ярын таҙаланы, шишмәләрҙе кәртәләне. Аҙаҡ Түбә ауылы уңғандары әҙерләгән бутҡанан ауыҙ итеп, Баймаҡ халыҡ ижады үҙәге йырсыһы Сөмбөл Юлбахтина йырҙарын тыңлап, бейеп таралышты. Дәүләт Думаһы депутаты З.З.Байғусҡаров әйтеүенсә, 9 август йәнә Талҡаҫ буйына йыйыласаҡбыҙ. Бында кросс һәм өмә үткәреләсәк. Баймаҡ районы хакимиәте башлығы А.С.Иҙрисов Талҡаҫ янында эштәр бының менән генә туҡталмаясаҡ, киләсәктә тағы ла күберәк ағас ултыртыласаҡ тип белдерҙе һәм тирә -яҡ мөхиткә битараф булмаҫҡа, ҡыйламаҫҡа, экологик акцияларға ҡушылырға саҡырҙы. Әйткәндәй, бөгөнгө өмәлә 218 тоҡ сүп -сар йыйылды.