Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров социаль селтәрҙәге битендә “Антифорум 3.7” сараһынан һуң тыуған фекерҙәре менән уртаҡлашҡан. “Бөгөн бизнестың реаль яғы тураһында республиканың “Антифорум 3.7” формаль булмаған эшлекле сараһында фекер алыштыҡ. Күптән бизнестың ҡалыптар һәм регламенттарҙан ситтә торған майҙанында булырға теләй инем. Мин үҙ ғүмеремдә күп форумдар ойошторҙом, бында ваҡ-төйәк юҡ, тип иҫәпләйем. Ҡунаҡтар ҙа, дискуссия темаһы ла, даимилығы ла мөһим, әлбиттә. “Антифорум” төрлө эшелон эшҡыуарҙарын йыйҙы, уңышлы һәм уңышһыҙ ваҡиғалары менән. Мин эшҡыуарлыҡ эшмәкәрлегемдең башланғыс осоронда ошондай эшлекле тикшереүҙә ҡатнашыуым менән бик бәхетле булған булыр инем, шуға күрә бөгөнгө ҡатнашыусылар өсөн шатмын. Беҙҙең идара итеү командаһы бизнес артыҡ ҡаршылыҡтарһыҙ үҫешә алған шарттар тыуҙырыу кәрәклегенән сығып эш итте. Был принципты “бюрократияһыҙ ярҙам” тип һүрәтләргә мөмкин. Беҙ бында бер юлы бер нисә йүнәлештә эшләйбеҙ, шул иҫәптән эшҡыуарҙар мөрәжәғәттәр