Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Зөфәр Йәсәүи улы тыуған еренә хеҙмәт итеүе менән бәхетле

Яңауыл районының Байғужа ауылында тырыш, берҙәм халыҡ йәшәүен был төбәккә эш сәфәрҙәре менән барған саҡта үҙебеҙ ҙә күреп белдек. Улар республика “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеү яулап та үҙҙәренең берҙәмлеген, уңғанлығын раҫланы. Әйткәндәй, ошо конкурстың бүләге булараҡ тапшырылған 2,5 миллион һумлыҡ сертификатҡа улар "Беларус МТЗ 82.1" тракторын һатып алған. – Хәҙер инде ҡышыш юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү эштәре, өмәләр үткәреү күпкә еңелерәк. Бындай техника беҙгә күптән кәрәк ине, – ти Байғужа ауыл хакимиәте башлығы Зөфәр Вәлиев. Зөфәр Йәсәүи улын ауылдаштары эшлекле, тыуған төйәге өсөн янып эшләгән хужа булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Уның башланғысында Байҡужа ауыл биләмәһендәге ауылдарҙа бихисап матур эштәр, яңы проекттар тормошҡа ашырылып килә. Һуңғы өс йылда был биләмәлә “Атайсал” проектына ярашлы, парк төҙөлгән, пляж волейболы майҙансығы, балалар өсөн уңайлы уйын биләмәһе барлыҡҡа килгән, шишмәләр һәм Һабантуй яланы төҙөкләндерелгән. Был эштәргә 3,9 миллион һум самаһы аҡса

Яңауыл районының Байғужа ауылында тырыш, берҙәм халыҡ йәшәүен был төбәккә эш сәфәрҙәре менән барған саҡта үҙебеҙ ҙә күреп белдек. Улар республика “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеү яулап та үҙҙәренең берҙәмлеген, уңғанлығын раҫланы. Әйткәндәй, ошо конкурстың бүләге булараҡ тапшырылған 2,5 миллион һумлыҡ сертификатҡа улар "Беларус МТЗ 82.1" тракторын һатып алған. – Хәҙер инде ҡышыш юлдарҙы ҡарҙан таҙартыу, төҙөкләндереү эштәре, өмәләр үткәреү күпкә еңелерәк. Бындай техника беҙгә күптән кәрәк ине, – ти Байғужа ауыл хакимиәте башлығы Зөфәр Вәлиев. Зөфәр Йәсәүи улын ауылдаштары эшлекле, тыуған төйәге өсөн янып эшләгән хужа булараҡ белә һәм хөрмәт итә. Уның башланғысында Байҡужа ауыл биләмәһендәге ауылдарҙа бихисап матур эштәр, яңы проекттар тормошҡа ашырылып килә. Һуңғы өс йылда был биләмәлә “Атайсал” проектына ярашлы, парк төҙөлгән, пляж волейболы майҙансығы, балалар өсөн уңайлы уйын биләмәһе барлыҡҡа килгән, шишмәләр һәм Һабантуй яланы төҙөкләндерелгән. Был эштәргә 3,9 миллион һум самаһы аҡса йүнәлтелгән. – Был эштәр һәр ауыл кешеһенең күңел түрендә тыуған төйәгенә ысын һөйөү йәшәүен раҫлай. Тап ошо изге хистәр беҙҙе берләштерә, бер ауылда йәшәүселәр генә түгел, ә бер ғаилә итә, - ти хакимиәт башлығы Зөфәр Йәсәүи улы. Былтыр байғужалар нефть тармағы хеҙмәткәрҙәренең ярҙамы менән ауыл янындағы ташландыҡ быуаны таҙартҡан. Әле уны төҙөкләндереп, матур ял урыны итергә ниәтләнәләр. Шулай уҡ ауыл халҡы һәм хакимиәт булышлығында Айбүләк ауылындағы шишмә янын төҙөкләндерә башлағандар. Хакимиәт башлығын иң борсоған мәсьәләләрҙең береһе – ауылдарҙың киләсәге, шуға күрә ул йәштәрҙең ауылда ҡалыуы, ғаилә ҡороп, төпләнеүе өсөн янып көйә. – Һуңғы өс йылда яңы барлыҡҡа килгән өс ғаилә ауылда төпләнергә ҡарар итте. Башҡа тарафтан алты ғаилә күсеп килде. Күп түгел, әммә аҙ булһа ла, үҫештең булыуы ҡыуандыра, - ти Зөфәр Йәсәүи улы. Әлеге көндә ауыл биләмәһе халҡы берҙәм көс менән Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығына әҙерләнә. Өс ауылда Бөйөк Ватан һуғышы яугирҙәре иҫтәлегенә һәйкәл төҙөү эше башланған. Ураҡ һәм Гөдбөр ауылдарында уларҙы асыу тантанаһы 8 майға билдәләнгән, ә Ямбай ауылында 22 июндә асырға уйлайҙар. Был изге эшкә бөтә ауылдарҙың халҡы, ошо төбәктән сыҡҡан кешеләр, бағыусылар ихлас ҡушылған. – Ауыл биләмәһенең бюджеты әллә ни ҙур түгел, әммә йыл һайын юлдарҙы, урамдарҙы тәртипкә килтерергә тырышабыҙ, әммә иң ҙур байлыҡ – аҡса түгел, ә кешеләр. Бер ғаилә кеүек уңған, берҙәм халыҡ булмаһа, был эштәрҙе атҡарып сығып булыр инеме?! Ауылдарыбыҙҙың киләсәге яҡты булырына ышанам һәм хеҙмәтемде, тырышлығымды ошо маҡсатҡа бағышлауым менән бәхетлемен, – ти Байғужа ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Зөфәр Йәсәүи улы Вәлиев. Фотолар: Байғужа ауыл хакимиәтенән һәм Айрат Нурмөхәмәтовтыҡы.