Махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Әлшәй районы ҡыҙына 2-се дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” миҙалы тапшырылды. “Косми” позывнойлы яугир махсус хәрби операция зонаһында 2023 йылдың ғинуарынан хеҙмәт итә. Тормошондағы көтөлмәгән боролошҡа тиклем колледжда медицина белеме ала һәм республика госпиталендә ковид сиренән ауырыуҙарҙы дауалай. Махсус хәрби операция барышында ҡыйыулыҡ һәм фиҙакәрлек өлгөһө күрһәткәне өсөн ул 2-се дәрәжә “Батырлыҡ өсөн” миҙалына лайыҡ була. Награданы медицина хеҙмәткәренә Әлшәй районы хакимиәте башлығы Наил Әбелғужин тапшырҙы һәм ҡыҙға уңыштар, именлек, һаулыҡ теләне. ”Батырлыҡ өсөн” миҙалы 2023 йылдың 23 мартында Рәсәй Федерацияһы Президенты Указы менән булдырыла. Был миҙал менән Ватанды һәм уның мәнфәғәттәрен һаҡлау буйынса фиҙакәрлек күрһәткән граждандар наградлана.Миҙал ике дәрәжәгә эйә. Фото:”Әлшәй хәбәрҙәре” сайтынан.