Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Республика етәксеһе ҡәнәғәт ҡалды

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре барышында үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһында булды. Медицина учреждениеһын “Һаулыҡ һаҡлау” (2025 йылдан “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты) милли проектына ярашлы 2024 йылдың апрелендә асҡайнылар. Яңы медицина учреждениеһы сменаһына 600 кеше ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Бында ун меңдән ашыу бала медицина ярҙамын ала. Дауалау учреждениеһы эксперт класындағы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Проекттың дөйөм хаҡы 680 миллион һумдан ашыу, шуның 240 миллион һумы йыһазландырыуға киткән. Радий Хәбиров поликлиника кабинеттарын ҡараны һәм табиптар менән аралашты. Ул район халҡы сәләмәтлеген яҡшыртыуҙа докторҙар һәм персонал эшенең әһәмиәтле булыуын билдәләне. Белгестәр үҙ сиратында етәксегә уңайлы шарттарҙа һәм заманса ҡорамалдарҙа эшләй алыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. – Өҫтәмә түләүҙәр һәм ярҙам программалары һөҙөмтә бирә. Беҙ милли проекттың бөтә күрһәткестәрен үтәйбеҙ. Әле республикала алты яңы по

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Ҡырмыҫҡалы районына эш сәфәре барышында үҙәк район дауаханаһының балалар поликлиникаһында булды. Медицина учреждениеһын “Һаулыҡ һаҡлау” (2025 йылдан “Оҙайлы һәм әүҙем тормош” милли проекты) милли проектына ярашлы 2024 йылдың апрелендә асҡайнылар. Яңы медицина учреждениеһы сменаһына 600 кеше ҡабул итеүгә иҫәпләнгән. Бында ун меңдән ашыу бала медицина ярҙамын ала. Дауалау учреждениеһы эксперт класындағы заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Проекттың дөйөм хаҡы 680 миллион һумдан ашыу, шуның 240 миллион һумы йыһазландырыуға киткән. Радий Хәбиров поликлиника кабинеттарын ҡараны һәм табиптар менән аралашты. Ул район халҡы сәләмәтлеген яҡшыртыуҙа докторҙар һәм персонал эшенең әһәмиәтле булыуын билдәләне. Белгестәр үҙ сиратында етәксегә уңайлы шарттарҙа һәм заманса ҡорамалдарҙа эшләй алыу мөмкинлеге өсөн рәхмәт белдерҙе. – Өҫтәмә түләүҙәр һәм ярҙам программалары һөҙөмтә бирә. Беҙ милли проекттың бөтә күрһәткестәрен үтәйбеҙ. Әле республикала алты яңы поликлиника төҙөйбөҙ һәм йыл аҙағына тиклем файҙаланыуға тапшырасаҡбыҙ. Беҙҙең маҡсат – 2030 йылға һаулыҡ һаҡлауҙың бөтә тәүге звено учреждениеларын тәртипкә килтереү, – тип билдәләне Радий Хәбиров. Фото: Башҡортостан Башлығы сайтынан.