Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Артур Хәсәновтың "фәрештә"һе кем?

Илеш районы егете Артур Хәсәнов 2022 йылда махсус хәрби операцияға мобилизацияланып, хәрби йыйында саҡта "Кейек ҡаҙ юлдары" йырын башҡарҙы һәм бөтә халыҡтың һөйөүен яуланған ине. Шуғалыр ҙа күптәр йырсы яугирҙең ваҡытлыса ялға ҡайтыуын, үҙенең социаль селтәрҙәрендә нимәлер яҙыуын һәр саҡ ҡыҙыҡһынып күҙәтеп бара. Күптән түгел ялға ҡайтҡанда Артур Хәсәнов бер ҡыҙ менән ҡосаҡлашып төшкән фотоһын күрһәтеп: "Минең фәрештәм", - тип яҙып ҡуйған. Артурҙың "фәрештә"һе Ләйсән исемле. Әммә ул шәхси тормошо тураһында һөйләргә яратҡан егет түгел. Шуға күрә серҙе тулыһынса сисмәгән. Иң мөһиме - тиҙерәк һуғыш бөтһөн, һәр яугир һөйгәндәре янына тиҙерәк әйләнеп ҡайтһын! Фото: Артур Хәсәновтың шәхси сәхифәһенән.