Баймаҡ районының Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе башлығы Илнур Мансур улы Ишмөхәмәтовты булдыҡлы етәксе, оҫта ойошторусы булараҡ беләләр һәм хөрмәт итәләр. – Илнур Ишмөхәмәтов етәкләгән Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе хакимиәте төҙөкләндереү, "Сәләмәт ауыл", "Сылтыр шишмә" проекттарын тормошҡа ашырыу буйынса ҙур эш алып бара. Былтыр Бөйөк Еңеү көнөнә һәм ветерандарҙың яҡты иҫтәлегенә арнап, Ишмөхәмәт ауылы зыяратына, Байыш мәҙәниәт йорто баҡсаһына, Уҫаҡлы йыра шишмәһенә ҡарағай үҫентеләре ултырттылар. Шулай уҡ ауыл биләмәһендә һуңғы йылдарҙа шишмә, ҡоҙоҡтарҙы тергеҙеү, уларҙы таҙартыу, кәртәләү буйынса күп кенә эштәр башҡарыла. Был эштәрҙең барыһын да башлап, халыҡты әйҙәп йөрөгән ауыл хакимиәте башлығы Илнур Мансур улына афариндан башҡа һүҙ юҡ, - ти Баймаҡ районы башҡорттары ҡоролтайы башлығы Азамат Салауат улы Мөхәмәтшин. Ишмөхәмәт ауыл биләмәһе Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән “Айыҡ ауыл” конкурсында ла әүҙем ҡатнашып, ошо бәйгегә ярашлы бихисап матур саралар үткәргән. Ауы