Бөгөн кибет кәштәләрендә таҙартыу сараларының ниндәйе генә юҡ, әммә хаҡтар айлап түгел, көнләп артҡан заманда ҡул аҫтындағы әйберҙәрҙе ҡулланыу отошлораҡ. Һеҙҙең иғтибарға ванна һәм раковналарҙы ап-аҡ итеп ялтыратыу өсөн бер алым тәҡдим итәбеҙ. Уны экологик йәһәттән һәйбәт тип әйтеп булмай, әммә бик һөҙөмтәле, ныҡ һеңгән таптарҙы ла таҙарта ала. Ҡулланған саҡта мотлаҡ ҡулығыҙға бирсәткә кейеп, ауыҙ-танауығыҙҙы битлек менән ҡаплап эшләгеҙ. Был пастаны әҙерләү өсөн аш һәм кальцийлы сода, хлорлы ағартҡыс (“Белизна” – иң яҡшыһы) һәм аш һеркәһе кәрәк. Быяла һауытҡа икешәр аш ҡалағы кальцийлы һәм аш содаһы һалып болғарға. Саҡ ҡына һыу ҡушабыҙ, ҡуйы бутҡа кеүек ҡатнашма килеп сығырға тейеш. Ошо ҡатнашманы ванна йәки раковина өҫтөнә һыларға һәм губка менән ныҡ итеп ышҡырға. Икенсе һауытта ике аш ҡалағы аш һеркәһе менән белизнаны болғағыҙ. Уларҙы ҡушҡан саҡта хлорлы газ бүленеп сыға, шуға мотлаҡ ҡалын битлек кейегеҙ. Губканы ошо ҡатнашмаға манып, ваннаны тағы бер тапҡыр ышҡып сығығыҙ. Фото: "Ба