Ейәненең ҡаһарманлығы өсөн ғорурланыр ине Махсус хәрби операцияға юлланғандарҙың яҡындары “Йөрәк ҡушыуы буйынса” ирекмәндәр хәрәкәтенә әүҙем ҡушылып, ҡулдарынан килгәнсә фронтҡа ярҙам итә, йән яраларына ошонда дауа таба. Ике йылға яҡын маскировка селтәре үрергә йөрөгән Рәсимә Ғәли ҡыҙы менән дә цехҡа селтәр үрергә килгәнендә таныштыҡ. “Улым алғы һыҙыҡта... Ике аҙна хәбәре юҡ... Яраланып госпиталдә ята...” – Күҙҙәре йәш менән сыланырға әҙер торған апай менән осрашҡан һайын һөйләшеп, һәр хәбәрен яҡшыға юрап, өмөтөн өҙҙөрмәй аралашып торҙоҡ. Яңыраҡул тыуған яҡҡа реабилитация үтергә ҡайтҡан яугир улы менән редакцияға инеп сыҡты. Мәләүез ҡаланың 4-се мәктәбендә уҡып, унан һуң 39-сы һөнәрселек училищеһында иретеп йәбештереүсе һөнәрен алған егет Стәрлетамаҡ ҡалаһында, Себер тарафтарында эшләгән. “Сәләмәтлеккә бәйле әрмелә хеҙмәт итмәһәм дә, ил алдында хәрби бурысты үтәү тураһында хыялландым. Махсус хәрби операция башланыу менән үҙ теләгем менән контракт төҙөнөм”, - ти яугир. “Сәлим” “тегендә