Найти в Дзене
Башҡортостан гәзите

Белорет районында - яңы етәксе

18 апрелдә Белорет районы Советы сессияһында депутаттар контракт буйынса Белорет районы хакимиәте башлығын тәғәйенләне. Конкурста өс кандидат ҡатнашты: Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова, Белорет районы хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш һәм транспорт буйынса урынбаҫары Юрий Точилкин һәм Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы – йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса башлыҡ урынбаҫары Азат Хәкимов. Депутаттар бер тауыштан Азат Хәкимов өсөн тауыш бирҙе. Рәсми рәүештә Азат Салауат улы вазифаһына 19 апрелдән башҡара башлай. Март аҙағында район башлығы урынбаҫары Азат Хәкимовҡа муниципалитет етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу йөкмәтелде. Бынан алда Ул Өфөнөң Октябрь районы башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләгән. Азат Хәкимов 1983 йылдың ноябрендә Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған, хеҙмәт юлын 2006 йылда “БашРЭС” компанияһында башла

18 апрелдә Белорет районы Советы сессияһында депутаттар контракт буйынса Белорет районы хакимиәте башлығын тәғәйенләне. Конкурста өс кандидат ҡатнашты: Белорет районы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары Зөлфиә Ғәлийәнова, Белорет районы хакимиәте башлығының торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, төҙөлөш һәм транспорт буйынса урынбаҫары Юрий Точилкин һәм Белорет районы хакимиәте башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы – йәмәғәтселек менән бәйләнеш һәм дөйөм мәсьәләләр буйынса башлыҡ урынбаҫары Азат Хәкимов. Депутаттар бер тауыштан Азат Хәкимов өсөн тауыш бирҙе. Рәсми рәүештә Азат Салауат улы вазифаһына 19 апрелдән башҡара башлай. Март аҙағында район башлығы урынбаҫары Азат Хәкимовҡа муниципалитет етәксеһе вазифаһын ваҡытлыса башҡарыу йөкмәтелде. Бынан алда Ул Өфөнөң Октябрь районы башлығының беренсе урынбаҫары булып эшләгән. Азат Хәкимов 1983 йылдың ноябрендә Әбйәлил районының Асҡар ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған, хеҙмәт юлын 2006 йылда “БашРЭС” компанияһында башлай. 2015 йылдан дәүләт хеҙмәтендә эшләй, Өфө һәм Иглин райондары хакимиәттәрендә вазифа биләй, 2023 йылдың көҙөндә Башҡортостандың баш ҡалаһы Октябрь районы башлығының беренсе урынбаҫары итеп тәғәйенләнә. Азат Салауат улын яңы яуаплы вазифаға тәғәйенләнеүе менән ҡотлайбыҙ! Яуаплы эшендә уңыштар теләйбеҙ! Фото: vk.com/beloradm.