Вуз-ара студенттар кампусында Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры Андрей Назаров ҡатнашлығында төбәктең төҙөүселәр ассоциацияһы ултырышы үтте. Сарала кампустың Геном үҙәген төҙөүҙә ҡатнашҡан тармаҡ вәкилдәрен бүләкләү тантанаһы булды. –Геном үҙәген төҙөү, башҡа үҙенсәлекле объекттарҙы төҙөүҙәге кеүек үк, ҡатмарлыҡтарһыҙ булманы. Эштәрҙең юғары темпын тотоу өсөн тәьмин итеүҙең ҡатмарлы графиктарын һәм материалдар, ҡорамалдар номенклатураһын ныҡлы күҙәтергә тура килде. Ябай булмаған логистик, ойоштороу һәм технологик бурыстар иң яҡшы кимәлдә хәл ителде, – тине Андрей Назаров. Геном үҙәген төҙөүҙә төрлө этаптарҙа 250 төҙөүсе ҡатнашты. Андрей Назаров Башҡортостан Башлығы исеменән төҙөлөш тармағы вәкилдәренә юғары профессионализмдары өсөн рәхмәт белдерҙе һәм объектты проектлауҙа һәм төҙөүҙә әүҙем ҡатнашҡан белгестәргә республика наградаларын тапшырҙы. Ултырыш мәлендә Донецк Халыҡ Республикаһы һәм Луганск Халыҡ Республикаһы менән тура бәйләнеш ойошторолдо. – 2022 йылдан алып Мариуполдә һә