Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Малаяҙҙағы Дыуан күп профилле колледжы филиалын ремонтлау ҡасан башлана?

18 апрелдә Салауат районына эш сәфәре барышында Радий Хәбиров Малаяҙҙағы Дыуан күп профилле колледжында булды. Бында барыһы 184 студент белем ала. Төбәк етәксеһе кабинеттарҙы, ашхана, 220 урынлы дөйөм ятаҡты ҡараны. Радий Хәбиров студенттар менән аралашҡанда эшсе һөнәрҙәрҙең бик кәрәкле булыуын билдәләне һәм уларға юғары квалификациялы белгестәр булып сығыуын теләне. Башҡортостан Башлығы шулай уҡ уҡыу йорто етәкселеге менән уны яңыртыу буйынса пландарҙы тикшерҙе. Радий Хәбиров республиканың Мәғариф һәм фән министрлығына 2026 йылда Малаяҙ ауылында Дыуан күп профилле колледжы филиалын капиталь ремонтлауҙы башларға ҡушты. – Дүртенсе йыл инде колледждарҙа тәртип урынлаштырабыҙ: оҫтаханаларҙы, ятаҡтарҙы, уҡыу корпустарының фасадтарын һәм ҡыйыҡтарын ремонтлайбыҙ. Был филиалда киләһе йыл ремонт эштәре башланасаҡ, - тине Радий Хәбиров. Фото:glavarb.ru