Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Оҫталар төбәге тигән дандары бар

Ғафури районының Ташбүкән ауыл биләмәһенә Түбәнге Ташбүкән, Үрге Ташбүкән һәм Ҡурғашлы ауылдары ҡарай. Ауыл биләмәһенә Илдар Моғаттар улы Ҡотов етәкселек итә. Ул “Башҡортостан” гәзитенең социаль төркөмөндә үткәрелгән Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ойошторолған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” тип аталған бәйгелә ҡатнаша. - Үткән йыл ауыл биләмәһе өсөн бик һөйөнөслө булды, ауылдарға газ үткәрелә. Әлеге ваҡытта 40 – 45 процент өйҙәр зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған. Быйыл ҡалғандарына газ үткәреү эше бара, - тип хәбәр итте Илдар Моғаттар улы. Түбәнге Ташбүкән ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабында еңеү яуланы һәм республика кимәленә сыҡты. Ҡурғашлы мәктәбендә хаҡлы ялдағы осоусы Салауат Мөхәмәтйәнов тарафынан “Салауат – АВИА” аэроклубы асылды. Ул Ғафури районы ДОСААФ-ының бүлексәһе булып тора. Бының өсөн өс бүлмә файҙаланыуға тапшырылған. Йәш быуын вәкилдәренә илһөйәрлекте тәрбиәләү, төрлө осоу аппараттары, шул иҫәптән дрондар менән таныштырыу эше яй

Ғафури районының Ташбүкән ауыл биләмәһенә Түбәнге Ташбүкән, Үрге Ташбүкән һәм Ҡурғашлы ауылдары ҡарай. Ауыл биләмәһенә Илдар Моғаттар улы Ҡотов етәкселек итә. Ул “Башҡортостан” гәзитенең социаль төркөмөндә үткәрелгән Урындағы үҙидара органдары хеҙмәткәрҙәре көнө уңайынан ойошторолған “Иң яҡшы ауыл биләмәһе башлығы” тип аталған бәйгелә ҡатнаша. - Үткән йыл ауыл биләмәһе өсөн бик һөйөнөслө булды, ауылдарға газ үткәрелә. Әлеге ваҡытта 40 – 45 процент өйҙәр зәңгәр яғыулыҡҡа тоташтырылған. Быйыл ҡалғандарына газ үткәреү эше бара, - тип хәбәр итте Илдар Моғаттар улы. Түбәнге Ташбүкән ауылы “Айыҡ ауыл” республика конкурсының район этабында еңеү яуланы һәм республика кимәленә сыҡты. Ҡурғашлы мәктәбендә хаҡлы ялдағы осоусы Салауат Мөхәмәтйәнов тарафынан “Салауат – АВИА” аэроклубы асылды. Ул Ғафури районы ДОСААФ-ының бүлексәһе булып тора. Бының өсөн өс бүлмә файҙаланыуға тапшырылған. Йәш быуын вәкилдәренә илһөйәрлекте тәрбиәләү, төрлө осоу аппараттары, шул иҫәптән дрондар менән таныштырыу эше яйға һалынған. Аэроклуб ике мотодельтаплан, ике урынлы самолет менән тулыланған. Үрке Ташбүкән ауылы эргәһендә осоу һыҙаты барлыҡҡа килгән, ангар төҙөлгән, осоуҙарҙы ойоштороу, туристарҙы йәлеп итеү планлаштырылған. Түбәнге Ташбүкән ауылы һуңғы йылдарҙа социаль әһәмиәтле төрлө проекттарҙа әүҙем ҡатнаша һәм еңеүгә өлгәшә. Үткән йыл аҙағында ғына Ташбүкән ауыл биләмәһен үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе коммерцияға ҡарамаған “Роза һәм Ко” фондының сираттағы проекты (етәксеһе Р. Кәримова) нигеҙендә элекке мәктәп бинаһына капиталь ремонт эшләнеп, өр-яңы төҫ алған мәҙәниәт усағы асылғайны. Урмандар төбәгендә төйәкләнгән был ауылдар оҫталары менән дан яулаған. Элек-электән умартасылар, балта оҫталары, ҡул оҫталары булған был биләмәлә татыу ғаиләләр, уңған кешеләр йәшәй. Фотолар: Илдар Ҡотовтың шәхси архивынан.