Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене

Йәш кенә егет һәләк булған

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре Башҡортостандың Йәрмәкәй районында һәләк булған кеше менән юл-транспорт ваҡиғаһы сәбәптәрен асыҡлай. Авария бөгөн төндә Бекетов – Знаменка – Исламбаҡты автомобиль юлында Тарҡаҙы ауылы янында була. БР дәүләт автоинспекцияһының яҡынса мәғлүмәттәренә ярашлы, “Хендай Солярис” рулендә 23 йәшлек водитель булған. Ул Бекетов яғынан Тарҡаҙы яғына хәрәкәт иткәндә, машинаһына идара итеүҙе юғалтып, юлдан ситкә төшә һәм түңкәрелә. Һөҙөмтә бик ҡыҙғаныс: водитель ваҡиға урынында вафат булған. Ауыр хәл, бер хата йәшәй генә башлаған йәш кешенең ғүмерен өҙҙө. Юл хаталарҙы ғәфү итмәй. Һаҡ булығыҙ, барлыҡ ҡағиҙәләрҙе теүәл үтәгеҙ! Фото: ДАИ.