Бөгөн республикабыҙ Милли кейем көнөн билдәләй. Байрам Башҡортостан Республикаһы Башлығы Радий Хәбиров ҡарары буйынса 2020 йылдан алып йылына ике тапҡыр – апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында билдәләнә. Республикабыҙҙың күп милләтле халҡы өсөн был көн көтөп алынған ҡыуаныслы сараға әйләнә. Халыҡтың ҡабатланмаҫ үҙенсәлектәрен, мәҙәниәтен, тарихын, донъяға ҡарашын уның борондан килгән, традицион кейем өлгөләренә ҡарап аңларға була, ти белгестәр. Ҡыуанысҡа күрә, Башҡортостаныбыҙҙа милли кейемгә иғтибар йылдан-йыл арта, уға арналған конкурстар үткәрелә, халыҡтың боронғонан килгән үҙенсәлекле кейемен өйрәнеүсе, уны тергеҙеүсе оҫталар ҙа арта. Әбйәлил районының Яңауыл ауылында йәшәүсе Гәүзәрә Мөхәмәтйәрова өләсәһе Мәфтүхә Абдулғәни ҡыҙының ҡәҙерләп тотҡан милли кейемдәрен күреп, һоҡланып үҫкән. Ҡул эштәренә оҫта өләсәһенән тегеү нескәлектәренә лә өйрәнгән. Икенсе өләсәһе Камила Әҙелгәрәй ҡыҙы ла был йәһәттән маһир була, ейәнсәренә белгәндәрен өйрәтергә, күрһәтергә тырыша. Гәүзәрә