Добавить в корзинуПозвонить
Найти в Дзене
Журнал "Шонкар"  

15 миҙал яулағандар!

Башҡортостан каратистары Ҡаҙанда «Аҡ Барыҫ Кубогы» ярыштарында лайыҡлы сығыш яһап, 15 миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр Республиканың спорт министрлығынан.
Ҡаҙанда «Аҡ Барыҫ Кубогы» каратэ буйынса халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара турнир үтте. Ярыштарҙа 16 илдән 2200-ҙән ашыу атлет ҡатнаша.
Ҡыҙҙар араһында каратэ буйынса халыҡ-ара турнирҙа Ева Бердышева бронза миҙалы алды. Бөтә Рәсәй ярыштарында Алтын миҙалға Айзилә Ниғәмәтова (14-15 йәшлек ҡыҙҙар), Сафия Маннанова (12-13 йәшлек ҡыҙҙар), Андрей Сандаков (14-15 йәшлек егеттәр) лайыҡ булды. Көмөш миҙалға Анелия Мусина, Сабина Сәлимова (10-11 йәшлек ҡыҙҙар), Полина Калюжная (14-15 йәшлек ҡыҙҙар), Эмиль Әлмөхәмәтов (14-15 йәшлек егеттәр), Алиса Туманова (14-15 йәшлек ҡыҙҙар), София Лобастова (16-17 йәшлек) лайыҡ булды.
Бронза миҙалға Илья Мөрсәлимов (16-17 йәшлек үҫмерҙәр) һәм Имран Сәлимов (12-13 йәшлек үҫмерҙәр) лайыҡ булды.
Төбәк-ара ярыштарҙа София Соколова (8-9 йәшлек ҡыҙҙар) икенсе булды. Өсөнсө урынды Дарина Чигвинцева (10-11 йә

Башҡортостан каратистары Ҡаҙанда «Аҡ Барыҫ Кубогы» ярыштарында лайыҡлы сығыш яһап, 15 миҙал яуланы, тип хәбәр иттеләр Республиканың спорт министрлығынан.

Ҡаҙанда «Аҡ Барыҫ Кубогы» каратэ буйынса халыҡ-ара, бөтә Рәсәй һәм төбәк-ара турнир үтте. Ярыштарҙа 16 илдән 2200-ҙән ашыу атлет ҡатнаша.

Ҡыҙҙар араһында каратэ буйынса халыҡ-ара турнирҙа Ева Бердышева бронза миҙалы алды. Бөтә Рәсәй ярыштарында Алтын миҙалға Айзилә Ниғәмәтова (14-15 йәшлек ҡыҙҙар), Сафия Маннанова (12-13 йәшлек ҡыҙҙар), Андрей Сандаков (14-15 йәшлек егеттәр) лайыҡ булды.

Көмөш миҙалға Анелия Мусина, Сабина Сәлимова (10-11 йәшлек ҡыҙҙар), Полина Калюжная (14-15 йәшлек ҡыҙҙар), Эмиль Әлмөхәмәтов (14-15 йәшлек егеттәр), Алиса Туманова (14-15 йәшлек ҡыҙҙар), София Лобастова (16-17 йәшлек) лайыҡ булды.

Бронза миҙалға Илья Мөрсәлимов (16-17 йәшлек үҫмерҙәр) һәм Имран Сәлимов (12-13 йәшлек үҫмерҙәр) лайыҡ булды.

Төбәк-ара ярыштарҙа София Соколова (8-9 йәшлек ҡыҙҙар) икенсе булды. Өсөнсө урынды Дарина Чигвинцева (10-11 йәшлек ҡыҙҙар), Степан Салмин (8-9 йәшлек малайҙар) һәм Рифат Мирхәйҙәров (10-11 йәшлек малайҙар) яуланы.

Афариндар, ҡыҙҙар һәм малайҙар!