🌹Байрам менән, дуҫтар! Бөгөн Башҡортостанда Милли кейем көнө билдәләнә. Был датаны 2020 йылдан йылына ике тапҡыр - апрелдең өсөнсө һәм сентябрҙең икенсе йомаһында уҙғаралар. Байрам айҡанлы Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе, Дәүләт Думаһы депутаты Эльвира АЙЫТҠОЛОВА түбәндәге һүҙҙәрҙе еткерҙе: - Милли кейем – һәр халыҡтың үҙенсәлеген сағылдырыуҙың бер ысулы ул. Халыҡ хәтерен һаҡлаусы, элекке быуындарҙың үҙенсәлекле мәҙәниәтен һәм сәнғәтен туранан-тура бөгөнгө осорға еткереүсе ғәмәл. Һәр быуындың бурысы – милли-мәҙәни ҡиммәттәрҙе һаҡлап, артабанғы быуынға тапшырыу, традицион милли кейем аша милләт-ара аралашыу мәҙәниәтен тәрбиәләү. Милли кейем халыҡтың рухи байлығының, уның мәҙәниәтенең бер өлөшө булып тора. Милли кейем бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмаған һәм күптәрҙе ҡыҙыҡһындыра, илһамландыра. Милли кейем беҙҙе шанлы тарихыбыҙ, тыуған еребеҙ менән бәйләй, мәҙәниәтебеҙҙең, рухиәтебеҙҙең, үҙбилдәләнешебеҙҙең бер сағылышы булып тора. Байрам менән дуҫтар!